Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡованың тыуыуына - 80 йыл
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 29 октябрь 2012
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡованың тыуыуына - 80 йыл
Талантлы, әһәмиәтле образдары менән театр тарихында лайыҡлы урын алған сәхнә оҫталарының исеме, үҙҙәре баҡыйлыҡҡа күскәс тә, тамашасының теленән төшмәй. Асия Закуан ҡыҙы Нафиҡова ана шундай һоҡланғыс, һәләтле ижадсы булды. Ошо көндәрҙә уға 80 йәш тулыр ине.
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асия Закуан ҡыҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә кәүҙәләндергән йөҙҙән ашыу образ – оло йөрәкле, киң күңелле, наҙлы әсәләр ҙә, шаян, күңелсәк еңгәләр ҙә, уңған килендәр ҙә, тормош мәғәнәһен тик үҙ мәнфәғәтендә күргән, рухи яҡтан зәғиф, эскерле ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – барыһы ла тамашасы хәтерендә. Драмала ла, комедияла ла берҙәй уңышлы уйнап, хатта эпизодик ролдәрҙе лә иҫтә ҡалырлыҡ итеп башҡарған, эҙләнгән, тынғыһыҙ артист булараҡ ул башҡорт милли драматургияһы әҫәрҙәрендә, шулай уҡ урыҫ, сит ил классикаһында ла йөҙөп уйнаны. Үҙенең ғәжәйеп тормошсан, тәбиғи образдары менән тамашасының ихтирамын, мөхәббәтен яуланы.
Шишмә районы күп кенә мәшһүр сәнғәт оҫталары — атаҡлы йырсы Әсмә Шайморатова, танылған бейеүселәр Хәләф Сафиуллин менән Венера Ғәлимова, халыҡ артисы Тәлиға Бикташева, күренекле режиссер Вәзих Сәйфуллин кеүек бик күп шәхестәрҙең тыуған төйәге. Асия Нафиҡова ошо райондың Ураҙбахты ауылынан. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында конферансье булып эш башлай. Сираттағы концерттан һуң уға һәләтен театр сәхнәһендә һынап ҡарарға тәҡдим итәләр. Был 1956 йылда була. Шунан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Асия Нафиҡова яҙмышын театр менән бәйләй.
“Эҙләнеү йылдары” (А. Арбузов) драмаһында — Галинаны, һуңынан “Муса” (Н. Иҫәнбәт) трагедияһында Муса Йәлилдең ҡатыны Әминә ролен ышанып тапшыралар йәш актрисаға. Һынатмай ул — спектаклдән спектаклгә һәләте асыла бара, сәнғәттә үҙ урыны төҫмөрләнә башлай. Һуңынан инде — Нурия (“Әсәйемдең сал сәстәре”, Ә. Мирзаһитов), Сания (Д. Исламовтың “Йомарт ер” романы буйынса В. Ғәлимовтың “Ҡуштирәк” инсценировкаһы), Ләйсән (“Ауыл күренештәре”, Ә. Мирзаһитов), Тамара (“Атайыңдың ҡәҙерен бел”, В. Лаврентьев) — ул кәүҙәләндергән героиняларҙың бер нисәүһе генә.
Асия Нафиҡова ижад иткән образдар галереяһында Н. Асанбаев драмаһы буйынса ҡуйылған “Фәйзи” спектаклендәге әҙәпһеҙ, ҡылансыҡ Зөһрә ролен театр белгестәре “ҙур оҫталыҡ менән башҡарылып, күптәргә фәһем, ғибрәт булырлыҡ теүәл образ” тип атаһа, М. Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” драмаһындағы гүзәл, тормошсан Ғәлиәбаныуы (һуңынан Ғәлимәбаныуы) Ҡазан, Мәскәү, Ленинград тамашасыларын да таң ҡалдыра.
М. Кәримдең “Йырланмаған йыр” драмаһындағы Мәстүрә лә актрисаның етди ижад емештәренең береһе булараҡ һанала. Ә. Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” драмаһы буйынса ҡуйылған спектакль республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ була. Унда А. Нафиҡова Шәфиғаны уйнай.
Карпенко-Карыйҙың “Бәхетһеҙ мөхәббәт” драмаһында ул уйнаған Варка, И. Абдуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре”ндәге Марфа, “Их, Өфө ҡыҙҙары”нда Тамара, “Тиле йәшлек”тә иһә Сәйҙәттәй, Л. Пиранделлоның “Лиола, йәки мут егет”ендә Ҡупшыбикә, Ә. Атнабаевтың “Игеҙәктәр”ендә Нәсимә, Л. Толстойҙың “Тере мәйет”ендә Настасья Ивановна, М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы”нда Йомабикә, Ф. Бурнаштың “Йәш йөрәктәре”ндә Ғәлимә, Ф. Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй”ендә Хәнә, М. Кәримдең “Киске табын”ында Ҡорбанбикә — театр йылъяҙмаһына инеп ҡалған сағыу образдар.
Асия Нафиҡованың исеме бөгөн дә хеҙмәттәштәренең, уны хәтерләгән тамашасының теленән төшмәй, яҡты ла, һағышлы ла бер моң кеүек күңелдәренең иң түрендә һаҡлана.
Автор: Р. Йәһүҙина
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө