Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми тураһында яңы китап

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми тураһында яңы китап
Өфөлә башҡорт, татар һәм рус телдәрендә «Йырҙың булмай һуңлағаны» исемле китап донъя күрҙе. Башҡорт драма театрында уҙған Шиғриәт балында ошо китап менән таныштырыу уҙғарылды.

Баҫмала тупланған бөтә шиғырҙар һәм поэмалар Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә арналған. Авторҙар араһында танылған башҡорт, татар шағирҙары Сәйфи Ҡудаш, Мостай Кәрим, Хәсән Туфан, Рауил Бикбаев, Әнғәм Атнабаев, Ҡәҙим Аралбай, Александр Филиппов, Абдулхаҡ Игебаев, Роберт Миңнуллиндың исемдәре бар. Йыйынтыҡҡа үҙешмәкәр шағирҙарҙың — Дүртөйлө районының «Тулҡын» ижад берекмәһе ағзалары һәм Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыларының әҫәрҙәре лә ингән.

Китаптың төҙөүсеһе һәм инеш һүҙ авторы Фәниә Ғәбиҙуллина баҫманы әҙерләү буйынса ҙур тикшеренеү эше башҡарған. Китап 300 дана тираж менән баҫылған.

«Яҡташым, бөйөк шағир Назар Нәжмигә бағышланған шиғырҙарҙы уҡығанда үҙем өсөн байтаҡ яңылыҡ астым һәм шуларҙың барыһын да китап уҡыусыларға еткерергә теләнем», — ти китапты төҙөүсе.


"Башинформ"

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb