Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы етәксеһе Хәлил Хәмзин "Юлдаш" каналында тура эфирҙа сығыш яһаны
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 28 ноябрь 2014
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы етәксеһе Хәлил Хәмзин "Юлдаш" каналында тура эфирҙа сығыш яһаны
27 ноябрь "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интрнет-порталы етәксеһе Хәлил Хәмзин "Юлдаш" мәғлүмәт һәм йыр моң каналында "Асыҡ студия" тапшырыуында ҡатнашты. Хәлил Ғәббәс улы интернет-порталдың эшмәкәрлеге, уның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне, киләсәккә ҡуйған маҡсаттар менән бүлеште:
- Беҙҙең портал өс телдә – башҡорт, рус, инглиз телдәрендә сыға. 120-нән ашыу ил менән бәйләнеш булдырылған. Иң әүҙемдәре - Төркиә, Әзербайжан, Бөйөк Британия, Германия, Австралия. Африка илдәрендә лә беҙҙең порталды күҙәтеп баралар. Республиканың район һәм ҡалалары менән көн дә бәйләнештәбеҙ, һәр яңылыҡты көнөндә, сәғәтендә теркәп барабыҙ. Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Санкт-Петербург, Мәскәүҙәге Башҡортостан вәкиллеге менән дә әүҙем эшләйбеҙ. Медиа-архивыбыҙ бар. 60-сы йылдарҙан башланған иллегә яҡын яҙма тупланған. Ул телевидение һәм радио яҙмалары.
Яңыраҡ старт алған “Ижади саҡырыу” проектын йәмғиәт хуплап ҡаршы алды. Уны танылған актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов асып ебәрҙе. Нәзифә Ҡадырова, Иҙрис Ғәзиев кеүек билдәле сәнғәт әһелдәре ҡушылып китте. Күп ижадсылар был проектты хупланы, дәррәү ҡушылды.
Интернет-порталыбыҙ Президент Грантына лайыҡ булды. Аҡсаға фото һәм видео камералар һатып алдыҡ. Декабрь урталарында ҡулланыусылар яңыртылған сайт менән танышасаҡ. 13-18 декабрҙә Чебоксар ҡалаһында Мәҙәниәт йылына арналған форумы үтәсәк. Беҙ ҙә унда саҡырыу алдыҡ. Быйыл республикала башҡарылған эштәр менән таныштырырға уйлайбыҙ. 5 декабрҙә иһә республикабыҙҙы был йылға йомғаҡ яһап, мәҙәниәт йылында әүҙем эшләгән, үҙенсәлекле саралар үткәргән ойошма һәм учреждениеларҙы, ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим иткән шәхестәрҙе бүләкләргә уйлайбыҙ.
Мәҙәни сараларҙы киләсәктә юғарыраҡ кимәлдә үткәрергә кәрәк. Әлегә халыҡты ҡыҙыҡһындырған проекттар аҙыраҡ. Халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын йәш быуынға еткереү - беҙҙең изге бурыс. Башҡорт халҡының ижадын сит илдәрҙә киңерәк танытырға тейешбеҙ.
Интервьюның тулы вариантын
ошо һылтанмала
тыңларға була.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө