Башҡортостан Республикаһының Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге нигеҙ һалыныуына 15 йыл тулыуын билдәләне. Юбилей уңайынан «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында А.П.Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбенең концерты үтте. Концерт шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына һәм Польша Республикаһында Януш Корчак йылына арналды.
Концерт барышында рус, поляк, башҡорт телендәге йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраны, поляк бейеүҙәре һәм «Ҡыҙыл башлыҡ» спектакле күрһәтелде.
Башҡортостан Республикаһындағы Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге рәйесе Марина Садыҡова-Лисовскаяның әйтеүенсә, поляк йәкшәмбе мәктәбе Өфөлә 1999 йылдан эшләй, ул 21-се лицей бинаһында урынлашҡан. Белем биреү процесы тулыһынса мәҙәниәт-ара тәрбиә принциптарына ҡоролған. Мәктәптә поляк теле һәм әҙәбиәте, Польша тарихы, музыкаһы һәм географияһы, поляк кухняһы, фольклоры, халыҡ сәнғәте һәм уйындары, этикет уҡытыла. Тәрбиә эше «Ял ваҡыты», «Сығанаҡтарға ҡайтыу», «Ғаилә» кеүек маҡсатлы программалар буйынса алып барыла, уҡытыусылар араһында фән докторҙары һәм кандидаттары, юғары категориялы педагогтар бар. Мәктәпте тамамлаусылар бик йыш Польшаның абруйлы вуздарына уҡырға инә.