Башҡортостандың сәнғәт оҫталары Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең рәхмәт хаттары менән наградланды. Дәүләт наградаларын алыусылар – Башҡортостандың Милли симфоник оркестры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Виктория» эстрада-спорт бейеүҙәре ансамбле (Нефтекама), Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, ҡурайсы Азат Биксурин, «Девятов и К» һынлы сәнғәт оҫтаханаһы, «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслалары.