Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Башҡортса-урыҫса этнокультурологик лексика һүҙлеге” донъя күрҙе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 16 октябрь 2012
“Башҡортса-урыҫса этнокультурологик лексика һүҙлеге” донъя күрҙе
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Минихана Баһауетдинованың “Башҡортса-урыҫса этнокультурологик лексика һүҙлеге” донъя күрҙе.
Һүҙлектә башҡорт халҡының рухи донъяһын, матурлыҡты аңлау зауығын, мәҙәни үҙенсәлектәрен, тормош-көнкүрешен, йәшәйешен сағылдырған йорт-ҡаралты, кейем-һалым, һауыт-һаба, аҙыҡ-түлек, аш-һыу, ғөрөф-ғәҙәт, байрам-йола, ырым-ышаныуҙарға бәйле 2000-дән ашыу һүҙ тупланған. Матди һәм рухи мәҙәниәтте сағылдырған тел берәмектәре аша башҡорт халҡының милли үҙенсәлеге тасуирлана, тел һәм мәҙәниәт берҙәмлеге кәүҙәләнә.
Һүҙлектең беренсе бүлегендә башҡорт халҡының тарихын, донъяға ҡарашын, психологияһын, милли мәҙәниәте тарихын сағылдырған һүҙҙәр бирелгән һәм уларҙың башҡортса ла, урыҫса ла аңлатмаһы бар. Ошонда уҡ шул һүҙҙәрҙең башҡорт теле диалекттарында әйтелеш варианттары килтерелә.
Икенсе бүлектә милли мәҙәни һүҙҙәр йыйылмаһы ике төркөмгә бүленгән: матди мәҙәниәт лексикаһы һәм рухи мәҙәниәт лексикаһы. Һәр төркөм үҙ сиратында бәләкәйерәк лексик-семантик өлөштәрҙән тора. Һүҙлек аҙағында ҡушымталарҙа башҡорт теленең һөйләштәре һәм диалекттары буйынса мәғлүмәттәр, шулай уҡ ырыу, ара исемдәре буйынса белешмә, һүрәттәр, төҫлө слайдтар бирелә.
Баҫма уҡыусыларға, уҡытыусыларға, студенттарға, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә, ғилми хеҙмәткәрҙәргә, аспиранттарға, ғөмүмән, башҡорт халҡының тарихы, әҙәбиәте, матди һәм рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған киң ҡатлам уҡыусыларға тәҡдим ителә.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө