Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорттарҙың Ҡазандағы милли-мәҙәни үҙәге ойошторолоуға 20 йыл тула
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 06 апрель 2012
Башҡорттарҙың Ҡазандағы милли-мәҙәни үҙәге ойошторолоуға 20 йыл тула
Ойошма республиканан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы бергә туплау, тарихи тамырҙарын, телен, милли-мәҙәни байлыҡтарын һаҡлау һәм киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында ойошторола. Әле Ҡазанда үҙәктең юбилейына әҙерлек бара.
Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағирә Фирҙәүес Бәширова Татарстан тарихын тыуған Башҡортостаны һымаҡ белә. Ишембай ҡыҙы 3 тиҫтә йылға яҡын Ҡазанда йәшәй. Тап Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы күрше республикала башҡорттарҙың милли-мәҙәни үҙәген асыуға күп тырышлыҡ һала.
Әле Татарстанда 14 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Ике тиҫтә йыл элек ойошторолған «Башҡорт йорто» иһә тыуған төйәгенән ситтә төпләнеүсе яҡташтарыбыҙҙы туплаусы йылы усаҡҡа әүерелгән. Ойошманың Ҡазандан башҡа ҡалаларҙа филиалдары ла эшләй.
21 апрелдә Ҡазандағы «Башҡорт йорто» 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Һәр байрамдағы кеүек башҡорт халыҡ йолалары, йыр-бейеүҙәр әҙерләнә. Әммә эш байрамда түгел, ойошма йылдар үтһә лә, үҙенең тәүмаҡсатын юғалтмай. Татарстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе берләштереүсе, телде, тарихи-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы тергеҙеүсе, һаҡлаусы һәм быуындан-быуынға тапшырыусы рухи үҙәк булып ҡала.
Сығанаҡ:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотлай
Шаршамбы, 25 март 2026
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлинаның бенефисы уҙа
Дүшәмбе, 16 март 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡорт ғаиләһе көнө уңайынан Гөлназ Ғәлимуллинаның фотокүргәҙмәһе асыла
Кесе йома, 26 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө