Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бейеүгә һөйөү
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 17 июль 2012
Бейеүгә һөйөү
«Һа-ай, был башҡорттар сәхнәгә түгел, йөрәккә баҫып бейей!» — тигәйне берәү, башҡорт бейеүен ҡарағанда. Ысынлап та, башҡорттоң бейеү сәнғәте иҫ киткес бай һәм киң ҡоласлы. Ошо хазинабыҙҙы халҡыбыҙға еткереү йәһәтенән Башҡортостан телевидениеһы ҙур эш башҡара: 2008 йылдан алып «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсы уңышлы дауам итә. Был конкурста йыл һайын республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу бейеүсе ҡатнаша. Шуныһы һөйөнөслө: бейеү сәнғәтенә балалар күңелендә лә орлоҡ һалына. Күптән түгел Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығында өcтән алып 15 йәшкә тиклемге балалар араһында «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Быға тиклем Мәсетле, Йылайыр райондарында, Өфө ҡалаһында үткән һайлап алыу турында республикабыҙҙың бөтөн төбәктәренән 450-нән ашыу бала ҡатнашты. Йәш таланттарҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов етәкселегендәге жюри ағзалары баһаланы. Балалар яңғыҙ, икәүләп, өсәүләп бейеү һәм бәләкәй ансамбль буйынса үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Йомғаҡлау сығышында республикабыҙҙың 35 районы һәм ҡалаһынан 350 бала, шулай уҡ Ҡаҙағстандан, Әстрхан өлкәһенән, Тыва, Осетин, Хакас, Чечен Республикаларынан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Сығанаҡ:
«Башҡортостан» гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө