Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бейеүҙәрҙә - халыҡ тарихы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 25 апрель 2012
Бейеүҙәрҙә - халыҡ тарихы
Борай районы үҙәгенең Рәйфә Ғәлиева исемендәге мәҙәниәт йортонда ҙур тамаша үтте. Байрам концерты урындағы «Дуҫлыҡ» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең етенсе сығарылышына ла арналды.
Борай районы мәҙәниәт йортонда барыһы өс ижади коллектив эшләй. «Дуҫлыҡ», «Эдельвейс» һәм «Ынйы» балалар бейеүе ансамблдәре - райондың йөҙө, иң сағыу коллективтарының береһе, тип билдәләне сарала ҡатнашыусы ҡунаҡтар.
Был уңыштың сере ижади коллективтың художество етәксеһе Маргарита Ғәндалипова менән Радик Бакировтың тырышлығына бәйле. Улар ансамблгә килгән тәрбиәләнеүселәренең оҫталығын юғары кимәлгә күтәрә. Әйткәндәй, борайҙар республика кимәлендә уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмай. «Башҡортостан – Урал ынйыһы», «Салауат йыйыны» кеүек байрамдарҙа даими ҡатнаша.
«Дуҫлыҡ» ансамбле репертуарында 25-кә яҡын бейеү бар. Бейеүселәр башҡорт, татар, рус, ирланд, украин, мордва халыҡтары бейеүҙәрен яратып башҡара. Ижади коллектив тәрбиәләнеүселәре бейеү сәнғәтен, тормошо асылы, рухи байлыҡ сығанағы тип ҡабул итә.
Бейеү - күңел көҙгөһө. Был хаҡлыҡты борайҙар яҡшы белә. Район мәҙәниәт йорто тәрбиәләнеүселәре әйтеүенсә, бейеү сәнғәте кешене йәшәтә һәм йәшнәтә. Бөгөнгө сара быға асыҡ миҫал булып торҙо.
Cығанаҡ:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө