Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 28 май 2013
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер!
Тәбиғәттә – илерткес яҙ! Наҙ, матурлыҡ, шатлыҡ һәм бәхеттән туҡылған кеүек һауа. Йөрәктәге яҙ ҡояшының сағыу нурҙарын башҡаларға ла өләшке, кем менәндер ҡыуаныстарҙы уртаҡлашҡы килә. Ошондай мәлдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы Татарстанға гастролгә барып, күркәм миҙгелдең сәләмен күрше республика тамашасыһына еткерҙе.
Ҡазандағы гастроль өсөн театрҙың бөгөнгө үҫешен сағылдырған, ижади труппаның башҡарыу оҫталығын билдәләгән һәм, әлбиттә, төрлө тамашасының зауығын ҡәнәғәтләндерерҙәй әҫәрҙәр һайлап алынды. Атап әйткәндә, “Аҡ пароход“ (С. Айытматов; Л. Зайкаускас, О. Ханов инсценировкаһы) драмаһы, “Бәхет хаҡы” (Х. Мөҙәрисова) музыкаль мелодрамаһы, “Бер мәл санаторийҙа…” (Н. Ғәйетбай) комедияһы, Рудольф Нуриевтың ғүмер миҙгелдәре хаҡында “Руди-Never off...” (А. Абушахманов) тамашаһы, балалар өсөн ”Серле көршәк” (З. Биишева; Д. Кәримова инсценировкаһы) әкиәте, “Хыял диңгеҙе” (Ф. Бүләков) комедияһы, Бәләкәй сәхнәлә “Әлифбанан бер себеш” (А. Кивиряхк) монодрамаһы.
Ҡазандар артистарыбыҙҙы ихлас ҡаршы алды. Ғөмүмән, беҙҙең республика менән Татарстан араһындағы дуҫлыҡ алмаш гастролдәр үткәреп тороуҙа ла асыҡ сағыла. Әйтәйек, беҙҙекеләр Ҡазанда һуңғы тапҡыр теүәл ике йыл элек сығыш яһағайны.
Гастролде Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәре буйынса ҡуйылған «Аҡ пароход» спектакле асты. Был осраҡлы түгел, сөнки ул – академтеатрҙың быйылғы премьераларының береһе.
Ҡазандар спектаклдәрҙең барыһын да йылы ҡабул итте, сығыш һайын тамашасылар тарафынан матур ҡотлау һүҙҙәре, рәхмәттәр әйтелде. Шулай ҙа иң ялҡынлы алҡыштары Хәлисә Мөҙәрисова әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған «Бәхет хаҡы» спектакленә булғандыр. Ул Ҡазан сәхнәһендә ике тапҡыр уйналды һәм ике көндә лә 900 кешегә тәғәйенләнгән зал шығырым тулы булды. Был шатлыҡлы күренеш театрыбыҙ артистары Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Светлана Хәкимова һәм башҡаларҙың ҡайҙа ла тамашасы күңелен тулыһынса әсир иткән талантлы актерҙар икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатланы.
Гастролдең һуңғы көнөндә Ҡазан тамашасыһына «Йөрәк моңдарыбыҙ – дуҫтарға!» тип исемләнгән концерт тәҡдим ителде. Унда артистарыбыҙ һәм театр оркестры сығыш яһаны. Тамашасы Өфө ҡунаҡтарын айырыуса көслө алҡышланы, рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне.
Гастроль көндәрендә артистар, мосолман зыяратына барып, Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының элекке директоры, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Шамил Закировтың, СССР-ҙың халыҡ артисы, режиссер Марсель Сәлимйәновтың, билдәле драматург Туфан Миңнуллиндың һәм шағир Ғабдулла Туҡайҙың ҡәберҙәренә сәскә һалды.
Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры иһә ошо йылдың сентябрендә Өфөгә киләсәк.
Автор: Рита ХӘСӘНОВА
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
Яңылыҡтар
Өфөлә Яныбай Хамматовҡа арналған почта конвертын тәҡдим итәләр
Йома, 07 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө