Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Берҙәмлек» халыҡтарҙы берләштерә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 07 июнь 2013
«Берҙәмлек» халыҡтарҙы берләштерә
«Берҙәмлек–Содружество» Халыҡ-ара фестивале Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә мөһим саралар иҫәбендә. Мәҙәниәт фестивале халыҡ ижадын, кәсептәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен популярлаштырыу, ижади коллективтар менән ныҡлы бәйләнештәр булдырыу, төрлө мәҙәниәттәр һәм йолалар менән танышыу, мәҙәни яңылыҡтар менән уртаҡлашыу кеүек изге маҡсаттар ҡуя. Халыҡ-ара берҙәмлек байрамын РФ һәм БР Мәҙәниәт министрлыҡтары, Рәсәй Дәүләт халыҡтар дуҫлығы йорто, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ғафури, Ишимбай райондары һәм Өфө, Салауат, Күмертау ҡалалары хакимиәттәре ойоштора.
Фестивалдә Рәсәйҙән генә түгел башҡа төбәктәрҙән дә ҡатнашалар. Быйыл Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Нигерия, Һиндостан, Польша, Таджикистан, Төркиә, Төнъяҡ Осетия, Үзбәкестан, Чада кеүек илдәрҙән ҡатнашыусылар көтөлә.
«Берҙәмлек–Содружество» республикала үткән быуаттың 90-сы йылдарынан үткәрелә. Быйыл ул 7–12 июндә үтә. Ишембай районында байрамды асыу тантанаһы һәм ҡунаҡтар ҡатнашлығында тантаналы парад һәм концерт көтөлә. Ҡатнашыусылар Ғафури районында һабантуй һәм уның йолалары менән танышасаҡ. Салауат ҡалаһында «Юрматы ере» мемориаль комплексына экскурсия һәм сәскәләр һалыу планлаштырыла. Күмертау ҡалаһында ҡунаҡтарҙы милли-мәҙәни ойошмалар менән осрашыу, ҡала буйлап экскурсия көтә. Халыҡ-ара фестиваль 12 июнь Өфөлә В.Ленин исемендәге майҙанда Гала-концерт менән тамамланасаҡ.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө