«Берҙәмлек – Содружество» Халыҡ-ара фестивале

«Берҙәмлек – Содружество» Халыҡ-ара фестивале
90-сы йылдар башынан үткәрелеп килгән «Берҙәмлек – Содружество» Халыҡ-ара фестивале республикабыҙҙа мөһим сараларҙың береһе булып иҫәпләнә. Ул халыҡ ижадын, кәсептәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен популярлаштырыу, ижади бәйләнештәр булдырыу, күп милләтле мәҙәниәттәр, уларҙың традициялары менән танышыу кеүек маҡсаттар ҡуя. Быйыл «Берҙәмлек» 7–12 июндә Ишембай, Ғафури райондарында, Салауат, Күмертау, Өфө ҡалаларында үтәсәк. Фестивалде РФ, БР Мәҙәниәт министрлыҡтары, РФ Халыҡ ижады йорто, Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора.
Халыҡтар берҙәмлеге байрамында Рәсәй башҡарыусылары ғына түгел, ә сит илдәрҙән дә ҡатнашалар. Быйыл Ангола, Латвия, Польша, Индия, Китай, Ҡаҙағстан, Таджикистан, Ҡырғыҙстан кеүек илдәрҙән ҡатнашыусылар киләсәк. Ишембай районында байрамды асыу тантанаһы һәм ҡунаҡтар ҡатнашлығында тантаналы парад һәм концерт көтөлә. Ҡатнашыусылар Ғафури районында һабантуй һәм уның йолалары менән танышасаҡ. Салауат ҡалаһында «Юрматы ере» мемориаль комплексына экскурсия һәм сәскәләр һалыу планлаштырыла. Күмертау ҡалаһында ҡунаҡтарҙы милли-мәҙәни ойошмалар менән осрашыу, ҡала буйлап экскурсия көтә. Халыҡ-ара фестиваль 12 июнь Өфөлә В.Ленин исемендәге майҙанда Гала-концерт менән тамамланасаҡ.
Автор: Р.Әғзәмова

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb