«Берҙәмлек-Содружество» Халыҡ-ара фестивале тамамланды

«Берҙәмлек-Содружество» Халыҡ-ара фестивале тамамланды
12 июнь В.И.Ленин исемендәге майҙанда йылдың сағыу тамашаларының береһе - «Берҙәмлек-Содружество» Халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Был мәҙәни байрам ҡала көнөнә иң яҡшы бүләк булды тиһәк һис арттырыу булмаҫ. Өфө халҡы башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте менән яҡындан танышыу мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырманы. Был фестиваль Башҡортостанда ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә мөһим сараларҙың береһе булып иҫәпләнә. Был хаҡта үҙҙәренең сығышында БР Хөкүмәт Премьер-министр урынбаҫары Л.С.Ғүмәрова, Өфө ҡала хакимиәте башлығы И.И.Ялалов билдәләп киттеләр. Ысынлап та, хәҙерге глобализация кеүек кире күренештәр тамыр йәйгән мәлдә, һәр халыҡтың үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалырға тырышыуы шатлыҡлы һәм «Берҙәмлек»тең бында роле ҙур.
Ижади коллективтар менән танышыу һәм бәйләнештәр булдырыу, халыҡ ижадын популярлаштырыу, мәҙәни яңылыҡтар менән уртаҡлашыу кеүек изге маҡсаттар ҡуйған фестиваль үҙ теләгенә иреште. Биш көн буйы барған дуҫлыҡ байрамына Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Латвия, Нигерия, Польша, Таджикистан, Төркиә, Төнъяҡ Осетия, Үзбәкстан, Һиндостан кеүек илдәрҙән иң яҡшы ижади коллективтар килгән. Улар иң сағыу бейеүҙәрен, йөрәк түренән сыҡҡан йыр-моңдарын тамашасыға бүләк иттеләр.
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb