РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева- ҡабатланмаҫ, үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығына эйә булған легендар йырсы. Уның һоҡландырғыс ижады милли сәнғәтебеҙҙә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы һәм башҡорт эстрадаһы үҫешенә ҙур йоғонто яһаны.
Фәриҙә Ҡудашева 1920 йылдың 15 декабрендә Шишмә районы Келәш ауылында донъяға килә. Фәриҙә апай бала-саҡтан йыр-моңға ғашиҡ була. Булырҙайҙың биләүҙән тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән, ул мәктәп йылдарында уҡ башҡорт халыҡ йыры “Һыуыҡ шишмә”не башҡарып барыһында таң ҡалдыра. Дүртөйлө районында 7 класс белем алғас, Өфөгә юллана. Йәш ҡыҙ унда Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Башҡорт радиоһында эшләү осоронда, йәғни 1947-1956 йылдарҙа, Фәриҙә Ҡудашева халыҡ араһында киң билдәлелек яулай. Йыр-моңға һөйөү, тамашасы менән күҙгә күҙ осрашыу ниәте менән 1956 йылда йырсы Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә күсә. Бында ул халыҡҡа илаһи, дәртле, моңло йырҙарын бүләк итеп, ғүмер аҙағынаса сәнғәткә тоғро хеҙмәт итә. Уның өс меңгә яҡын башҡорт татар йырҙарын белеүе билдәле. Фәриҙә апай “Ашҡаҙар”, “Азамат”, “Ҡаһым түрә”, “Сәлимәкәй” һәм башҡа халыҡ йырҙарын үҙенә генә хас оҫталыҡ менән башҡара.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең сәнғәт әһелдәрен онотмай. Был кистә тиңдәшһең йырсы Фәриҙә Ҡудашева ижадына мәдхиә йырланасаҡ. Ул башҡарған йырҙар тулҡынында тибрәлеп, Фәриҙә моңона сорналып ял итергә рәхим итегеҙ, дуҫтар!