Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Беҙ — үҙ хәбәрсеһе киләсәктең!»
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 19 июль 2012
«Беҙ — үҙ хәбәрсеһе киләсәктең!»
«Беҙ — үҙ хәбәрсеһе киләсәктең!» — тигән журналист хеҙмәте тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов. Бер аҙым алда барып, замандаштарына киләһе көндөң һулышын еткергән, яңы көс, ышаныс өҫтәгән һөнәр эйәләре һәр осорҙа ла йәмғиәттең иң кәрәкле өлөшө булған. Әле лә, интернет ни ҡәҙәр конкуренция тыуҙырмаһын, баҫма матбуғат хеҙмәткәрҙәре алғы сафта атлай. Ни тиһәң дә, ташҡа баҫылғанға халыҡтың ышанысы ныҡлы — быуаттар дауамында һыналған. Гәзит-журналдың ҡиммәте төшмәүендә, әлбиттә, унда арымай-талмай хеҙмәт итеүселәрҙең дә роле баһалап бөткөһөҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төп бурысын кешеләрҙе яҙа баҫыуҙан һаҡлауҙа, күңелен үҫтереүҙә, алға ынтылыш һалыуҙа күргән, рухи аҙыҡ өләшкән һөнәр эйәләре үҙҙәре күп осраҡта «шаршау артында» ҡала. Уларҙың хеҙмәте лә тейешле кимәлдә баһаланып бөтмәй. Шулай ҙа һайлаған юлыңа тоғролоҡ, фиҙаҡәрлек үҙ кинәнесен татытмай ҡалмай.
Күркәм байрамда республиканың матбуғат һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов гәзит-журнал редакцияларының, почта бүлексәләренең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә, элемтәселәргә дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырҙы.
Почта хеҙмәткәрҙәренә иғтибарҙың йылдан-йыл артыуы һөйөнөслө. Әлеге бүләкләнеүселәр иҫәбендә был тармаҡта эшләүселәр бихисап. Бынан тыш, ике кешегә «Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе» тигән исем бирелде. Сығанаҡ:
«Башҡортостан» гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө