Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Беҙҙекеләр — Азатлыҡ утрауында!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 27 ноябрь 2012
Беҙҙекеләр — Азатлыҡ утрауында!
Яңыраҡ Кубала халыҡ-ара Гавана йәрминкәһе үткәрелгәйне. Төрлө илдәрҙең алдынғы сәнәғәт ойошмалары, иҡтисадсылары йыйылған күргәҙмәлә Рәсәй ҙә ҡатнашты. Республикабыҙ ҙа был саранан ситтә ҡалманы.
Ә инде Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары байрамға йәм өҫтәне.
Башҡортостандың халыҡ артисы Римма Амангилдинаның, ҡурайсы Рөстәм Шәриповтың, бейеүсе Әлиә Нурғәлиеваның, алыҫ тарафтарға барып, милли йыр-моңобоҙҙо яңғыратыуы, сәнғәтебеҙҙе күрһәтеүе мәҙәниәтебеҙ өсөн шатлыҡлы ваҡиға тип әйтергә кәрәк. Азатлыҡ утрауы — Кубаның рәсми булмаған атамаһы. Майҙаны буйынса Башҡортостандан да бәләкәйерәк был дәүләт менән хеҙмәттәшлек совет осоронда ныҡлы булған. Беҙҙекеләр утрауҙағы илгә матди ярҙам күрһәткән, төрлө йәһәттән терәк һәм таяныс ролен үтәгән.
— Кубалағы яҡты хәтирәләр әле булһа ла күңелде йылыта, — ти, тәьҫораттарға бирелеп, халыҡ артисы Римма Амангилдина. — Сит илгә барыу һәр ижадсы өсөн оло бәхет инде. Гавана ҡалаһындағы сығышыбыҙҙан сикһеҙ ҡәнәғәтбеҙ. Әйткәндәй, Рәсәйҙән бары тик беҙ генә концерт күрһәттек. Урындағы етәкселек вәкилдәре, төрлө илдең абруйлы ҡунаҡтары башҡорт моңон ишеткәс, түҙмәйенсә ҡолас йәйеп бейергә төштө. “Рәхмәт һеҙгә! Сарабыҙҙы шул тиклем йәнләндереп ебәрҙегеҙ”, — тип әйтеүселәр ҙә әҙ булманы. Милли костюмдарыбыҙ, ҡурайыбыҙ уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Күптәр беҙҙең менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә ашыҡты. Бының өсөн беҙ тәү сиратта республикабыҙ етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Башҡортостандан Фидус Ямалетдинов етәкселегендә барған рәсми делегацияның сәхнә оҫталарын да алыуы — милли сәнғәтебеҙгә ихтирам билдәһе ул.
Үҙ һөнәренә тоғро булған артистарыбыҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ. Улар бар саҡта башҡорт моңо әллә күпме тарафта яңғырар әле.
Сығанаҡ:
"Башҡортостан"
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө