«Библиотөн» Бөтә Рәсәй акцияһы

«Библиотөн» Бөтә Рәсәй акцияһы
2013 йылдың 19 апрель төнөнән 20 апреленә тиклем Өфөлә «Библиотөн» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙасаҡ. Сараның маҡсаты – китап уҡыуҙы йәшәү рәүешенә әүерелдереү, уҡыусыларҙы китапханаларға ылыҡтырыу, әҙәби поцесс үҫешенә булышлыҡ итеү.
Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана ла был акциянан ситтә ҡалмай – «Библиоарбат» программаһын тәҡдим итә. «Библиоарбат» тип атала, сөнки, белеүегеҙсә, китапхана алды йәйәүлеләр өсөн иҫәпләнгән һәм саралар шул майҙанда үтәсәк. Программа бик маыҡтырғыс: бында билдәле персонаждар «тереләсәк», улар менән хатта фотоға төшөү мөмкинлеге бар, бушлай уҡыу билеты алғың килһә – рәхим ит. «Мине үҙең менән ал» китап күргәҙмәһе эшләйәсәк, йәғни үҙеңә оҡшаған китапты алырға була, шәп бит, ә!? «Амнистия» тип аталған сара ла китапханаға төрлө сәбәптәр арҡаһында ваҡытында ҡайтарылмаған китаптарҙы тапшырырға була. Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ үтһен инде, был «төндә» сәнғәт академияһы, училищеһы студенттары, «Амантай» ижади үҙәк, БДУ-ның «Йәнгүзәл» ансамбле сығыш яһаясаҡтар. Шулай уҡ Булат Йосопов киноклубының презентацияһы, Сергей Маджарҙың «Быуат буйлап сәйәхәт» күргәҙмәһе эшләйәсәк.
Барығыҙҙы ла күңелле «төндә» көтөп ҡалабыҙ!
Тамаша урыны: Өфө ҡ., Ленин урамы, 4.
Башлана 19.00 сәғәттә. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb