Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Билдәле йырсы Радик Динәхмәтов «Кеше» исемле китап сығарған
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Билдәле йырсы Радик Динәхмәтов «Кеше» исемле китап сығарған
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Радик Динәхмәтовтың «Кеше» тип аталған китабының исем туйы үтте.
Йыйынтыҡта башҡорт һәм татар яҙыусыларының кеше, уның рухи донъяһына, әхлаҡи йөҙөнә, холоҡ-фиғеленә арналған тәрән фәлсәфәүи шиғырҙары тупланған.
Ижади кисәгә яҙыусылар, китапҡа шиғырҙары ингән шағирҙарҙың туғандары, әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды.
Китаптың идея авторы Радик Динәхмәтов бына нимәләр һөйләне:
- Шиғыр менән мин 2010 йылда мауығып киттем. Ул йылда тыуған яғым Дүртөйлөнөң 80 йыллығына арналған концертта ҡатнашҡайным. Шунда йыр йырламай шиғыр һөйләгән инем, бынан шунан алып мин шиғыр менән «ауырып» киттем. Ә китапҡа килгәндә унда кешенең эске донъяһына, йәғни һәр беребеҙгә ҡағылған шиғырҙарҙы тупларға тырыштым.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, китаптың баш мөхәррире Ҡәҙим Аралбаев йыйынтыҡҡа яҡшы баһа бирҙе:
- Моңло, уйлы, фәлсәфәүи, иманға, яҡшылыҡҡа өндәгән шиғырҙар ингән. Китап миңә шуныһы менән дә ҡәҙерле, ул туғандаш башҡорт һәм татар шағирҙарын бер урынға йыя.
Шағир, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов Радик Динәхмәтовҡа бик урынлы һәм кәрәкле китап сығарғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм уға арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Күрше Татарстандан да сәләмдәр тапшырылды. Халыҡ шағирҙары Роберт Миңнуллин һәм Ренат Харис видеомөрәжәғәт ебәргәндәр. Әҙиптәр китаптың оригиналь булыуын, унда ингән шиғырҙарҙың кешене яҡшылыҡ эшләргә, мохтаждарға ярҙам итергә саҡырыуын, кеше тигән бөйөк исемгә тап төшөрмәй йәшәргә кәрәклеген билдәләнеүен белдерҙе.
Кисә бик матур үтте. Әҙәбиәт һөйөүселәр Радик Динәхмәтов башҡарыуында мөнәжәттәр, шиғырҙар тыңлап кинәнде.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө