Билдәле шағир, ғалим, филология фәндәре кандидаты Вафа Әхмәҙиевтең тыуыуына — 75 йыл тулды

Билдәле шағир, ғалим, филология фәндәре кандидаты Вафа Әхмәҙиевтең тыуыуына — 75 йыл тулды
Ошо көндәрҙә билдәле шағир, ғалим, филология фәндәре кандидаты Вафа Әхмәҙиевтең тыуыуына — 75 йыл тулды (1937 — 1983).
Вафа Исхаҡ улы Әхмәҙиев 1937 йылдың 5 авгусында Ишембай районының бай тәбиғәтле Ғүмәр ауылында тыуған. 1956 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, 1957–1960 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап сыҡҡас, Вафа Әхмәҙиевте башҡорт әҙәбиәте кафедраһында ҡалдыралар. Кандидатлыҡ диссертацияһын бик уңышлы яҡлағандан һуң, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Ул унда башҡорт әҙәбиәте тарихының әһәмиәтле проблемаларын өйрәнеүҙә һәм хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Әҙәбиәт тарихы буйынса «ХХ быуат башында башҡорт поэзияһы» тигән төплө монографик хеҙмәт яҙа. Шул осор буйынса тәүге хрестоматия төҙөй. Үткер мәҡәләләре менән әҙәби эшмәкәрлектә туҡтауһыҙ ҡатнашып йәшәй. Уның «Башҡорт поэзияһында традицион образдар», «Фәнни-техник прогресс һәм башҡорт әҙәбиәте» кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан тос мәҡәләләре айырыуса әһәмиәтле. Назар Нәжми хаҡында — «Күңел ҡапҡаларын асыусы», Рауил Бикбаев тураһында «Шағирҙың гражданлыҡ йөҙө» тигән эштәрен башҡара. 
Вафа Әхмәҙиев ижад юлын шиғыр яҙып, шағир булып башлай һәм артабанғы барлыҡ тормошонда ла, ижадында ла шағир булып ҡала. Шиғырҙарын мәктәптә уҡыған саҡта уҡ яҙа башлай, университетта уҡыған йылдарында тамам шағир булып өлгөрә. Уның «Талпыныу» тип аталған тәүге шиғыр китабында тыуған еренә, ғәзиз төйәгенә арналған әҫәрҙәр күп. Араһында «Ямғыр алдынан», «Ямғырҙан һуң», «Тауҙар моңо», «Мин тауҙарға йырҙар вәғәҙә иттем...», «Уҡлы ҡая» ише шиғырҙары туған тәбиғәте менән аралашыуы, йәне-тәне менән уларға берегеп, ерегеп үҫеүе хаҡында. 
Вафа Әхмәҙиевтең үҙе иҫән саҡта «Талпыныу», «Күңелемдә — эйәрле ат», «Һүҙ ҡәҙере» тигән береһенән-береһе тосораҡ шиғри китаптары баҫылып сыға. Ул тотош киләһе быуындарға онотолмаҫ һүҙ, юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. 
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb