Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Билдәле актер һәм йырсы Илсур Хәбиров алтын юбилейын билдәләй
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 29 октябрь 2012
Билдәле актер һәм йырсы Илсур Хәбиров алтын юбилейын билдәләй
Билдәле актер һәм йырсы Илсур Хәбиров Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илсур Хәбиров ошо көндәрҙә үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Актерҙың ике тиҫтәнән ашыу ижади ғүмере ошо театрҙа үткән. Өфөнөң сәнғәт институтын тамамлау менән “Йәш тамашасы” театр студияһына (хәҙерге М. Кәрим исемендәге Йәштәр театры) эшкә ҡалдырылған Илсур Хәбиров ошо дәүер эсендә 60-тан ашыу роль ижад иткән. Күңеленә ятҡандарын да, ятмағандарын да уйнаған ул. З. Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” — Сәлихйән, Н. Ғәйетбаевтың “Ҡурай моңо” — Батыр, А. Мусреповтың “Дала ҡиссаһы” — Ҡарабай, Ф. Бүләковтың “Ҡәһәр һуҡҡан мөхәббәт” — Булат, “Йөрәктәрҙә ҡалған эҙҙәр” — Салауат, Т. Миңнуллиндың “Аҡбай ниңә күңелһеҙ” — Бүре, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” — Дәүләтбай, Т. Ғарипованың “Ғилмияза” — Иҫкебей һ.б.
Илсур Хәбировты матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң-иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ижади ҡомарың гел шулай ашып-ташып торһон!
Ә инде Илсур Хәбировтың юбилейы айҡанлы сәхнәләштерелгән, Милли йәштәр театрында барған Гөлшат Зәйнәшеваның комедияһы буйынса “Ғәйфи ағай, өйлән давай!” спектакленә тамашасыларҙы көтөп ҡалабыҙ. Һеҙҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илсур Хәбиров (Ғәйфи), Нәғим Нурғәлин (Саттар), Альбина Кашапова (Зәкиә), Зилә Сәйетова (Мәрйәм), Рәмилә Сәлимгәрәева (Суфия) һәм артистар Әнүәр Фәйзуллин (Рөстәм), Илгизә Ғилманова (Маги) Ғәйфи ағайҙың тормошонда булған ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәр менән бәйнә-бәйнә таныштырыр.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, рәссамы — Юлиә Ғиләжева, композиторы — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов.
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө