“Билдәле булырға бер ҡасан да һуң түгел”

“Билдәле булырға бер ҡасан да һуң түгел”
Тап ошо һүҙҙәрҙе үҙенә лозунг итеп алған “Юлдаш йыры” конкурсы быйыл бишенсе тапҡыр ойошторола. Сара алдынан билдәле алып барыусы, телмәр оҫтаһы, “Юлдаш” радио каналының продюсеры Марсель БАЙДӘҮЛӘТОВ менән һөйләшеп алдыҡ.
– “Юлдаш йыры”ында быйыл нисә кеше ҡатнашты һәм таланттарҙың нисәүһе финалға үтте?
– Билдәле булыуынса, конкурс үҙешмәкәр таланттар араһында ойошторола. Биш йыллыҡ юбилей конкурсында Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәренән 16 йәштән алып 60 йәшкә тиклемге 80-дән ашыу йырсы ҡатнашты. Конкурс талаптары буйынса улар башҡорт халыҡ, эстрада һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләгән йырҙар тәҡдим итергә тейеш, йәғни өс йыр. Быйыл Мәскәүҙән, Ҡазандан, Магнитогорскиҙан һәм Иркутск өлкәһенән дә ҡатнашыусылар бар. 25 йырсы, ике һайлап алыу турын үтеп, артабан йомғаҡлау концертында сығыш яһаясаҡ. Иң йәш ҡатнашыусығ – 18, иң өлкәненә – 60 йәш. Әйткәндәй, БЮТ каналын ҡараусылар улар менән махсус “Көндәлектәр” тапшырыуында таныша ала. 
Әлбиттә, 60 йәштән уҙғандар йырҙарын ебәрһәләр, уларҙы ла тыңлайбыҙ, ҡунаҡ итеп саҡырабыҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – моңло тауышлы халыҡ йырсыларын табыу! Улар араһында береһенең дә вокал буйынса профессиональ белеме юҡ. Улар – төрлө һөнәр эйәләре. Бына, мәҫәлән, былтыр Гран-при яулаған Мөхәммәт ағай Садиҡов “Буранбай”ҙы шул тиклем оҫта башҡарҙы һәм барыһын да үҙенең моңо менән әсир итте. Ул ғүмере буйы водитель булып эшләгән, колхоз рәйесен йөрөткән кеше. Быйылғы ҡатнашыусылар араһында ла төрлө һөнәр эйәләре бар. 
– “Юлдаш йыры” тамашасыларға көтөлмәгән бүләктәр ҙә эшләргә ярата.
– Эйе, быйыл да 8 ноябрҙә Конгресс-холға килгән тоғро радио тыңлаусыларыбыҙға һәм тамашасыларға матур бүләктәр әҙерләнек. “Юлдаш” логотибы яҙылған торттар, башҡа бүләктәр тамаша барышында ла, антракт ваҡытында ла үҙ хужаларын табыр. Махсус ҡунаҡтар ҙа саҡырылған: халыҡ йырсыһы Альберт Шаһиев менән Мәскәүҙән Редик Ефремов сығыш яһаясаҡ. Ә инде конкурсанттарға бағыусыларыбыҙ шәп бүләктәр әҙерләне! Ике өлөштән торған халыҡ йыры байрамында көтөп ҡалабыҙ дуҫтарыбыҙҙы! Көҙҙөң моңсол кистәрендә, ҡала шау-шыуынан арынып, ауыл мәшәҡәттәрен ҡалдырып тороп, беҙҙең йыр байрамына ашығығыҙ! Үкенмәҫһегеҙ! Ҡабатлау булмай, был бары тик бер тапҡыр ғына була торған байрам!
Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb