Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел
Һоҡландырғыс булды был мәл,
Уйға һалды, арбаны,
Бөгөн кис, һәләтлеләрҙән
Яҡты йондоҙ яһаны.
Ысынлап та, Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында үткән “Юлдаш йыры–2014” конкурсының Гала-концерты һоҡландырғыс булды. “Юлдаш” радиоһы үҙешмәкәр башҡарыусыларҙы ҙур сәхнәгә сығарып, халыҡҡа танытты, яңы йондоҙҙар ҡабыҙҙы. Быйыл баһалама ағзалары Гран-при билдәләмәне. Еңеүселәр 35 йәшкә тиклемгеләр һәм унан өлкәнерәктәр араһынан һайланды.
Шулай итеп, еңеүселәр һәм номинанттар:
“Өмөт” номинацияһы Силәбе өлкәһенән Лиана Иҙрисоваға һәм Ишембай һылыуы Лилиә Дауытоваға тапшырылды.
“Асыш һәм ихтирам” номинацияһында Нефтекаманан Роза Хөснуллина, Ауырғазы районынан Розалия Аритҡолова һәм Өфөнән Эльза Юлдашбаева бүләкләнде.
Өфөнән Флүзә Ғилемханова һәм Фәниҙә Атанова “Йырға тоғролоҡ” номинацияһында билдәләнде.
“Тыуған яҡ йырсылары” – Өфө ҡыҙы Юлиә Килмөхәмәтова һәм Ҡариҙел районынан Ғәлиә Хәбирйәнова.
“Юлдаш” радиоһының махус призына Әбйәлилдән Резедә Юлдашева һәм Миәкә районынан Фидан Шафиҡов лайыҡ булды.
Тамашасыларыбыҙ “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында Балтас районынан Резедә Әхмәтованы һайланы.
35 йәшкә тиклем башҡарыусылар араһында 3-сө урынды Бүздәк районынан Резедә Бүләкова һәм Ҡазан ҡалаһынан Илнур Ҡоләхмәтов яуланы.
Баһалама ағзалары Ҡазанда белем алыусы Стәрлебаш ҡыҙы Айһылыу Ғәбдиноваға һәм Ауырғазы районынан Фәнәғәт Юлмөхәмәтовҡа 2-се урын тапшырҙы.
Бөрйән ҡыҙы, биш бала әсәһе Сәлимә Ғарифуллина 1-се урынға лайыҡ булды. Уға Сәлиә Мырҙабаева етәкләгән Ғаиләне яҡлау, балалыҡты һәм әсәлекте һаҡлау “МИРАҪ” хәйриә фондының махсус призы – ноутбук тапшырылды.
35 йәштән өлкән йырсылар араһында 3-сө урынға лайыҡ булыусылар:
Бишбүләк районынан күркәм ғаилә Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар, Иркутск өлкәһенән ҡайтып, тыуған төйәгендә төпләнеүсе Ильяс Аллаяров һәм Мәскәү ҡалаһынан Зифа Хәкимова.
Салауат ҡалаһынан Зөлфиә Бирҙеғолова һәм Силәбенән Азамат Усманов икенсе урын яуланы.
Баҡалы районынан Дилбәр Нурғәлиев беренсе урынға лайыҡ булды.
Жюри ағзалары:
Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, билдәле шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдыҡова, йырсы, композитор һәм шоумен Рөстәм Ғиззәтуллин, “Юлдаш йыры - 2013” конкурсы еңеүсеһе Мөхәмәт Садыҡов һәм жюри рәйесе – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәровҡа рәхмәт белдерәбеҙ.
Шулай уҡ бағыусыларыбыҙ:
Ғаиләне яҡлау, балалыҡты һәм әсәлекте һаҡлау “МИРАҪ” хәйриә фонды. (Совет рәйесе Сәлиә Мырҙабаева), “Йоматау” шифаханаһы (директоры Илшат Сәлихов), генераль партнерыбыҙ – “Крессида” күн һәм тире магазин селтәрҙәре салоны, “Медиа Лаб” клиник-диагностика лабораторияһы, “Гэлакси” (Galaxy) сәскәләр салоны селтәренә (директоры Вадим Гәрәев) ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Бөтә конкурсанттарға яңы бейеклектәр, илһамлы ижад һәм уңыштар теләйбеҙ.
Онотмағыҙ, ҙур сәхнәгә юл – “Юлдаш йыры”нан башлана.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө