Кузеев уҡыуҙары сиктәрендә үткән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы барышында билдәле этнологтар Лев Гумилев менән Раил Кузеевҡа бюст асылды.
Башҡорт ғалимы-этнограф Рәил Ғүмәр улына ҡуйылған бронза бюстың авторы - скульптур Хәниф Хәбибрахманов. Уны асыу тантанаһында академиктың туғандары, яҡташтары, ғалимдар ҡатнашты. Талантлы шәхес, арҙаҡлы этнограф, яҡшы ойоштороусы... Башҡорт этнографияһын өйрәнеүгә күп көс һалған шәхесте йыйылыусылар шулай хөрмәтләне. Уның башҡорт халҡының килеп сығышы, тарихи үҫеше буйынса яҙылған хеҙмәттәре бөгөн генә түгел, бер нисә быуаттан һуң да мәңгелек ҡомартҡы булып хеҙмәт итәсәк. Башҡорт халҡының шәжәрәһен фәнни яҡтан тәү башлап өйрәнгән, ышаныслы тарихи сығанаҡтар менән иҫбатлаған олуғ ғалимды республикала ғына түгел, сит илдәрҙә лә таныйҙар.