Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Билдәле ҡурайсы Рөстәм Шәрипов арабыҙҙан китеп барҙы
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 19 июнь 2013
Билдәле ҡурайсы Рөстәм Шәрипов арабыҙҙан китеп барҙы
2013 йылдың 18 июнендә башҡорт йыр сәнғәте һәм мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Билдәле артист, ҡурайсы Рөстәм Шәрипов ваҡытһыҙ мәңгелеккә арабыҙҙан китеп барҙы.
Рөстәм Шәрипов Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында ҡурайсы-солист һөнәрен үҙләштерә. Ижад юлын 2001 йылда студент студент сағында уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай һәм бөгөнгәсә унда эшләй. Мәҙәни усаҡта тәүге йылдарҙа эшләү осоронда аккомпаниатор-концертмейстер була. 2003-2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының халыҡ ҡоралдары милли оркестрында ижад итә. 2005 йылдан алып ҡурайсы-солист булып эшләй. Был дәүерҙә “Далан” һәм “Йәдкәр” эстрада коллективтары составында ҡурайсы булараҡ сығыш яһай.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан тамашасы һөйөүен бик тиҙ яулап өлгөрә ул. Ҡурайсының репертуары бай йөкәмәткеле һәм күп яҡлы булыуы менән айырылып тора. Артистың ҡурайынан урғылған башҡорт халыҡ һәм башҡа бихисап халыҡтар көйө, эстрада, классик көйҙәр - барыһыла илаһи моң булып мәңгелеккә тамашасы күңелендә урын алды.
Рөстәм Шәрипов һәр ваҡытта камиллыҡҡа ынтылған, яҡты күңелле, ихлас кеше ине. Уның юғары башҡарыу оҫталығы, милли сәнғәтте пропагандалауға һалған көсө баһалап бөткөһөҙ. Ул сәнғәт оҫталары менән бер рәттән Төркиәлә уҙған Башҡортостан көндәрендә, Кубала, Эстонияла, Ҡаҙағстанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ырымбурҙа һәм башҡа ҡалалар һәм илдәрҙә тамашасыларҙы башҡорт моңона сорнаны. Шулай уҡ артист Республика конкурстары лауреаты исеменә лә күп тапҡыр лайыҡ була.
Рөстәм Шәрипов мәңгелеккә арабыҙҙан китһәлә уның ҡурай моңо, халҡы өсөн янып йәшәгән йөрәгенең йылыһы күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
18 июндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залы фойеһында ҡурайсыны һуңғы юлға оҙатыу тантанаһы булды. Бында билдәле сәнғәт әһелдәре, мәрхүмдең дуҫтары, уның ижадын үҙ итеүсе тамашсылар, коллегалары йыйылғайны.
Рөстәм Фазылйән улы Шәриповты 19 июнь көндө тыуған ере Йылайыр районы Юлдыбай ауылында ерләйәсәктәр.
Артистың туғандарының, ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
Яңылыҡтар
Өфөлә Яныбай Хамматовҡа арналған почта конвертын тәҡдим итәләр
Йома, 07 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө