Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Борис Гребенщиков Өфөлә «Аквариум»дың 40.00 йыллығын үткәрҙе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 15 март 2012
Борис Гребенщиков Өфөлә «Аквариум»дың 40.00 йыллығын үткәрҙе
«Аквариум» төркөмө һәм Борис Гребенщиков «40.00 йәш» юбилей программаһы менән Йәштәр һарайы сәхнәһендә сығыш яһаны. Концерт ике сәғәт ярымдан ашыу барҙы. Гребенщиков төркөмдөң элекке хиттарын, шулай уҡ яңы йырҙарын башҡарҙы. Сарала билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев та ҡатнашты, легендар музыкант менән ул бер нисә импровизация башҡарҙы. Борис Гребенщиков һүҙҙәренсә, тамашасылар, шул иҫәптән өфөлөләр алдында сығыш яһау уның өсөн оло хөрмәт. Уның концерттары һәр саҡ төрлө була. Музыкант репертуарында 500-ҙән ашыу йыр бар. Һәр береһенә айырым кәйеф кәрәк — әгәр ул юҡ икән, тимәк, был йыр концертта башҡарылмаясаҡ. «Аквариум» төркөмөн булдырыусы фильмдар өсөн йырҙар яҙа башлаясағын да фараз итә. — Фильмдар өсөн йыр яҙыу буйынса бер нисә тәҡдим дә булды, — тине Борис Гребенщиков. – Билдәле сценарист һәм режиссер Иван Вырыпаев үҙенең яңы киноһы өсөн минең йырҙы алды. Әммә нәҡ фильмдар өсөн музыка яҙырға әлегә мөмкинлек юҡ: йыл әйләнәһенә гастролдәрҙә йөрөйбөҙ, һуңғы ай ярым эсендә өйҙә өс көн генә булдым. Үҙемдең ейәнемде ғүмеремдә — ике тапҡыр, ә ейәнсәремде өс тапҡыр ғына күрҙем. Бына шундай номиналь ҡартатай мин: бар ҙа кеүек, юҡ та кеүекмен. Ә әгәр мин ысын ҡартатай булһам, һеҙ мине күрмәҫ инегеҙ. Был йәһәттән мин ғаилә кешеһе түгел. Минең балаларым – йырҙар. Замандаштары араһынан үҙенең кумиры булырлыҡ бер кешене лә атаманы Гребенщиков. — Меңләгән башҡарыусының ижадын хөрмәт итәм, — тине музыкант. — Әммә йырҙарын һәр ваҡыт тыңлағы килеп торған бер кешене лә атай алмайым. — Легенда булыу еңелме? — Белмәйем, булып ҡарағаным юҡ.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө