Өфөлә 20-cе декабргә тиклем Яңы йыл шыршылары эргәһендә боҙ ҡаласыҡтары барлыҡҡа киләсәк. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, боҙҙан эшләнгән һындар барлыҡ майҙандарға ҡуйыла. Боҙ ҡаласыҡтарының проекттары әле, ҡаланың Дизайн һәм реклама идаралығында әҙерләнә. Уларҙы төҙөү менән ҡаланың йәшелләндереү хужалығы шөғөлләнәсәк. Яңы йыл шыршылары 25 майҙанда ҡуйыла.