БР Милли музей директоры Ғәли Фәйзрахман улы Вәлиуллин сараны асыу тантанаһында, күргәҙмәнең музей тарихында беренсе тапҡыр үтеүен һәм бик үҙенсәлекле икәнлеген әйтеп үтте.
Экспозиция 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға арнала. XIX быуат башында башҡорт яугирҙары даны бөтә Европаға тарала, француздар уларҙы «Төньяҡ амурҙары» тип атай. Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары Парижға барып етә.
БР Милли музей директоры Ғәли Фәйзрахман улы Вәлиуллин сараны асып, күргәҙмәнең музей тарихында беренсе тапҡыр үтеүен һәм бик үҙенсәлекле икәнлеген әйтеп үтте.