Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Буҙа-йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт! Учалы районы Миндәк ҡасабаһында "Буҙа байрамы" үтте.
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 29 октябрь 2015
Буҙа-йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт! Учалы районы Миндәк ҡасабаһында "Буҙа байрамы" үтте.
Ошо көндәрҙә Учалы районы ағинәйҙәре Миндәк ҡасабаһына "Буҙа байрамы"на йыйылды. Башҡортостан Республикаһы суверенитетына, райондың юбилейына, Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә, шулай уҡ ноябрҙә уҙасаҡ IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған сара бик үҙенсәлекле, фәһемле булды, күтәренке кәйефтә үтте. Хужабикәләр, Миндәк ағинәйҙәре, еренә еткереп таҡмаҡ әйтеп, гармун уйнап, йырлап-бейеп, ҡунаҡ ҡаршылау йолаһын атҡарғас, милли ризығыбыҙ тарихына кескәй экскурс яһанылар. Барыбыҙға ла бала саҡтан яҡшы таныш буҙа менән яңынан танышыу шундай ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә лә юлыҡтырҙы. Баҡтиһәң, боронғо грек яҙыусыһы, тарихсы һәм полководец Ксенофонт яҙмаларында телгә алына икән буҙа: походтан ҡайтҡан грек һалдаттары уны Әрмәнстанда тәмләп ҡараған. Һуңғараҡ "босса" эсемлеге тураһында билдәле Венеция дипломаты һәм сауҙагәре Иософат Барбаро үҙенең яҙмаларында һөйләй. Көнсығыш илдәре буйлап сәйәхәт ҡылыусы немец ғалимы Карстен Нибур ҙа әскелт тәмле эсемлек тураһында әйтеп үтә. Барыһы ла бер тауыштан буҙаның үҙенсәлекле тәмен, һаулыҡҡа файҙаһын билдәләй. Беҙ уны үҙебеҙҙең милли эсемлегебеҙ һанаһаҡ та, буҙаны Урта Азияла ла, Мысырҙа ла, Ираҡта ла, хатта Балҡанда ла, Алтайҙа ла, Себерҙә лә, Ҡырымда ла әҙерләп, яратып эсәләр икән. Буҙаны шулай уҡ мордва халҡы менән дә бүлешергә тура килә - был ризыҡ уларҙың да милли эсемлеге. Барыһы тарафынан үҙ ителгән, яратылған һоло ризығына арналған байрамдың түренә, әлбиттә, буҙа ҡунаҡланы - төрлө ауылдарҙан килгән ағинәйҙәр үҙ эсемлеген тәмләргә тәҡдим итте. Бер үк аҙыҡтан, бер үк ысул менән әҙерләнһә лә, буҙаның тәме, нишләптер, һәр саҡ айырыла: бер оҫтабикәнең эсемлеге ҡаймаҡ ише телгә яғылһа, икенсеһенеке, әйтерһең, шишмә һыуы - шунда уҡ һыуһынды ҡандыра, өсөнсөһөнөкөнән бөтөнләй тел йотола… Ғәжәп хәлгә аптырап, бында мотлаҡ тылсым ғилләһе барҙыр ул, тигән уйға киләһең. Бәлки, урындағы һыуҙың, һауаның тәме ҡушылғанға, буҙалар айырылалыр? Йәки уны ҡойған оҫтабикәнең күңел нуры үрелеп, тәмдәре төрлө-төрлө килеп сығамы? Нисек кенә булмаһын, байрамға килтерелгән буҙаларҙың һәр береһе уңғайны. Һәр хәлдә, саҡырылған ҡунаҡтар: Өфө ҡалаһының Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гүзәл Вилданова, Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, район мәғариф бүлеге етәксеһе Ләйсән Фазлетдинова, мәғариф бүлеге методисы Зилә Шәрәфетдинова, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәфиә Әсәҙуллина, район Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева һәм башҡалар эсемлектәрҙән ифрат ҡәнәғәт ҡалды. Ҡунаҡтарҙың исем-шәрифе тәфсирләп яҙылғанға аптырамағыҙ: байрамдың бер өлөшө конкурстан ғибәрәт булып, буҙаларға ла баһалар ҡуйылды бит. Ижади бәйгелә иһә Ҡоҙаш, Иҫтамғол, Килмәк, Юлдаш һәм Миндәк ауылы ағинәйҙәре командалары ҡатнашты. Сәхнәгә бер-бер артлы күтәрелгән ағинәйҙәрҙең һәләттәре хайран ҡалдырҙы: улар буҙа бейеүен дә бейене, шифалы эсемлекте данлаған таҡмаҡтары, махсус әҙерләнгән рекламалары менән дә һоҡландырҙы, отҡорлоҡта ла һынатманы. Әйтерһең дә, был көндө республикабыҙҙың танылған артистары Миндәккә йыйылып, мәҙәниәт йортон гөрләтте! Бит остары алланып, сара уртаһында ҡайнап йөрөгән Ҡоҙаш ауылынан Илзидә Шәймәрҙәнова менән Әсмә Хисамова, Аҡҡужанан Рауза Ғазина менән Әлфиә Абдуллина, Ҡотойҙан Нәйрә Ғиләжева, Әүешкүлдән Рәмилә Әбшәғитова менән Әлфиә Балташева байрамдан алған тәьҫораттары менән бүлешеп, шатлыҡтары менән уртаҡлашты: "Шул тиклем матур байрамға йыйылғанбыҙ, ҡыуанып бөтөрлөк түгел! Күпме таныштарҙы осраттыҡ, буҙа эшләүҙең яңы ысулдарын өйрәндек, бер-беребеҙҙең сығышын ҡарап илһамландыҡ. Ошолай бергә-бергә осрашып, ҙур эштәр башҡарып йәшәүҙәргә ни етә!" Буҙа ҡойоу оҫталарын - милли кейемдәрҙәге нурлы, яҡты йөҙлө ағинәйҙәрҙе бөгөндән тот та Болгарияның Радомир ҡалаһына буҙа фестиваленә ебәр - унда ла һынатмай, йөҙөбөҙҙө ҡыҙартмай, "бына" тигән итеп сығыш яһап ҡайтасаҡтар! Үҙебеҙҙә лә шундай уҡ фестиваль ойошторғанда, бер ҙә артыҡ булмаҫ кеүек. Һәр хәлдә, бының өсөн ерлек күптән әҙер. Күңелле байрам ахырында ағинәйҙәр түңәрәк өҫтәл-табын артында етди мәсьәләләр тураһында ла һөйләшергә форсат тапты. Милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеү һәм таратыу, йәш быуынды тәрбиәләү, ғаиләләрҙе һаҡлау кеүек бик мөһим һорауҙар көн үҙәгенә ҡуйылды. Йомғаҡлау һүҙендә район "Ағинәйҙәр ҡоро"ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Сәғит ҡыҙы сарала ихлас күңел менән ҡатнашҡан һәр ағинәйгә, айырыуса байрамды ойошторған Миндәк ағинәйҙәренә, уларҙың етәксеһе Гөлнур Бикмөхәмәтоваға, Миндәк ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат Ғибәҙуллинға рәхмәт белдереп: "Төплө әҙерлек, ойошҡанлыҡ, берҙәмлек булғас, байрам юғары кимәлдә үтте, - тип билдәләне. - Был сара беренсеһе түгел, һуңғыһы ла булмаһын. "Буҙа байрамы"нан дәрт, илһам алып, ағинәйҙәр хәрәкәтен артабан йәйелдереүгә, донъяны матурлауға, милләтебеҙҙе һаҡлауға көс һалайыҡ". Авторы: Әлиә ҠАРАБАЕВА. Cығанаҡ:"Киске Өфө" ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзит.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө