Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Был китап иҫтәлек һаҡлай
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Был китап иҫтәлек һаҡлай
“Ҡаҡшамаҫ һәм легендар 112-се...” (“Несокрушимая и легендарная 112-я...”) китабы донъя күргәс, Рәсәй Ҡораллы Көстәре ветерандарының Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе ағзалары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙенән сәфәр ҡылды. Башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы хаҡында иҫтәлек һаҡлаған район һәм ҡала музейҙарына, шулай уҡ айырым кешеләргә ошо китапты тапшырыу сараның маҡсаты ине.
Иҫтәлекле бүләкте Курск медицина университетындағы, Суджа һәм Тулалағы тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары ҡабул итте. Башҡортостан кавалеристарының яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған Липецк (һуғыш осоронда – Курск) өлкәһенең Тербуны районына 25 китап бүленде.
Сәфәр барышында танылған шәхестәр менән дә байтаҡ осрашыу булды. Шундай кешеләрҙең береһе – Хәрби фәндәр академияһы президенты, армия генералы Мәхмүт Әхмәт улы Гәрәев Башҡортостан авторҙарының хеҙмәтен юғары баһаланы, иҫтәлеккә “Армия генералы Мәхмүт Гәрәев” тигән китабын бүләк итте. Ә Рәсәй Ҡораллы Көстәре ветерандарының Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе, армия генералы Владимир Ермаков Борис Яковлевич Малородовҡа ойошманың иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәрәкәттәге армия составына индерелеп, 1941 йылдың 15 декабрендә башланған Тула һөжүм операцияһы барышында азат ителгән өлкә биләмәһендә урынлаша. Ике ай самаһы дивизия оборона позицияларын әҙерләй, хәрби күнекмәләр үткәрә.
1942 йылдың йәйендә фронтта хәлдәр ҡырҡа ҡатмарлаша. 112-се кавалерия дивизияһы ҡараған 8-се кавалерия корпусы Курск (әле Липецк) өлкәһенең Тербуны районына күсерелә. 21 июндә кавалеристар, әҙер оборона позицияһын Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының уҡсылар подразделениеларына тапшырып, ашығыс рәүештә билдәләнгән урынға күсә.
Дивизия яугирҙәренә Тула ерендә һуғышырға насип булмай. Ләкин урындағы халыҡ йылы хәтирәләр һаҡлай, сөнки улар оҫта итеп яһаған нығытмалар ярҙамында уҡсыларыбыҙ дошмандың көнсығышҡа барған юлына кәртә ҡуйған. Вермахтың “Көньяҡ” армия төркөмөнөң һул флангы беҙҙең ғәскәрҙәрҙең ныҡлы ҡаршылығына осрап, Тула өлкәһендә һөжүмдән баш тарта һәм барлыҡ көсөн Сталинград, Кавказ йүнәлештәренә һала. Бының өсөн “Көньяҡ” армия төркөмө икегә (“А” – Кавказ һәм “Б” – Сталинград) бүленә.
Ер эшен яҡшы белгән яугирҙәребеҙ окопты ла оҫта ҡаҙыған, утлы нөктәләрҙе һәм дзоттарҙы ла ҡулай ергә урынлаштырған. Дошман самолеттарының бомбаға тотоуы ла оборонаны өҙә алмаған хатта. 1975 йылда был ерҙә Дан ҡурғаны асылған. Республикабыҙ делегацияһы иҫтәлекле мемориалға ла сәфәр ҡылды.
Китап донъя күреү менән уны тәүгеләрҙән булып Тула өлкәһенән һоранылар.
Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө