Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бүлешкәндән дуҫлыҡ арта
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 18 январь 2012
Бүлешкәндән дуҫлыҡ арта
Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фонд сит илдәр менән рухи бәйләнештәрҙе нығытыу йәһәтенән ҙур эш алып бара. Былтыр ул Болгария менән Македония араһында дуҫлыҡ күпере һалды. Илдәр араһындағы ижади хеҙмәттәшлек мул емештәрен бирмәксе. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры исемен йөрөткән мәҙәни фондтың Болгарияла халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыуы — быға асыҡ миҫал. Ойошманың директоры, журналист Мадриль Ғәфүров, Фонд советы рәйесе Люциә Камаева, эшлекле осрашыуҙарҙан яҡты тәьҫораттар алып, әлеге көндә яңы идеялар менән янып йөрөй. “Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы” тигәндәй, өфөләр ҙә бурыслы ҡалманы. Дуҫлыҡ ебен нығытыу өсөн Болгариянан килгән билдәле тарихсы Ангел Христовты башҡорт ерендә ҡабул иттеләр. Ҡунаҡ Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда ла булды. Дуҫлыҡ, йыр һәм аҡыл бүлешкәндән арта ғына, тигән Мостай Кәрим. Күрәһең, тарихсы Ангел Христов та ошо принцип буйынса йәшәй. Башҡортостанда булып ҡайтҡандан һуң Өфөләге дуҫтарын Македония шағиры Панде Самойлов менән таныштыра, уға Мәжит Ғафури хаҡында ла мәғлүмәттәр бирә. Панде Самойловта үҙ сиратында халыҡ шағирының ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуа, хатта бер нисә шиғырын македон теленә тәржемә итеп, урындағы журналдарҙа баҫтыра. — Пушкин, Есенин, Лермонтовтың ижадын яҡшы беләм. Мәжит Ғафуриҙың да әҫәрҙәре уларҙан кәм түгел. Ундай шағирығыҙ булыуы менән ғорурланығыҙ! — ти ул. Башҡортостан менән сит илдәр араһында дуҫлыҡ ептәре булдырыу хуплауға лайыҡ. Мәжит Ғафуриҙың халыҡсан ижады был эштә ҙур ярҙам булып тора.
Б. Мөхәмәтов
«Башҡортостан»
гәзите сайтынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө