Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бәхет өләшкәндәр генә бәхетле
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 04 июнь 2013
Бәхет өләшкәндәр генә бәхетле
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» музыкаль мелодрамаһына тамашасыларын йыйҙы. Арҙаҡлы коллективтың яңы эше үҙенсәлекле исеме, алған баһаһы һәм төп ролдәрҙе башҡарыусылары менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, хореографы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, төп ролдәрҙе башҡарыусы Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров әҫәрҙе тамашасы күңеленә бөтә нескәлегендә еткереүгә күп көс һала. Танылған артистар Заһир Вәлитов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Светлана Хәкимова, Илһөйәр Ғәзетдинова, Әхәт Хөсәйенов, Ирек Булатов, Артур Ҡунаҡбаев, Римма Сәлмәнова, Рәзифә Динмөхәмәтова, Фәнис Рәхмәтов, Фирүзә Аллаярова менән сәхнәгә йәштәр, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары ла сыға.
Ер йөҙөндә бөтә кеше бәхет хаҡында хыяллана. Тик уны һәр кем үҙенсә күҙ алдына килтерә. Режиссер төп геройҙың хәтирәләрен ысынбарлыҡ менән оҫта берләштереп, аяныслы яҙмышын бөтә тәрәнлегендә сағылдыра. Ғүмер юлының аҙағында ғына ул бәхет таба алмауына төшөнә.
Бик фәһемле тамаша тормоштоң сәхнә, карьера менән генә сикләнмәүен күрһәтә. Театрҙан тыш бөтөнләй икенсе донъя ла бар. Унда һине һөйгән, ярҙамыңа, иғтибарыңа мохтаж яҡындарың көтә. Дан-шөһрәт аңын томалаған кешеләр йыш ҡына ысынбарлыҡты онотоп ташлай. Тамашаның геройы кеүек, ҡайһы берәүҙәр быны бик һуңлап аңлай.
Спектаклде ҡарағанда күптәрҙең күҙенә йәш килде. Тамашаны ҡуйыусылар, сценарий авторҙары һәм актерҙар кеше яҙмышын оҫта итеп күрһәтте. Дикторҙар менән тәржемәселәр башҡорт телен насар белгәндәргә тамашаның йөкмәткеһен бөтә тулылығында еткерергә тырышты. Бейеүҙәр, декорациялар һәм костюмдар төрлө йылдарҙы, ваҡиғаларҙы сағылдыра. Композитор Мөҙәрис Ғәзетдиновтың йырҙары һәм музыкаһы тамашасы күңелен арбаны. Әҫәр тормоштоң асылы, бәхет хаҡы тураһында уйланырға мәжбүр итә.
Автор: Мәүлиҙә ЯҠУПОВА
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө