Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бәхете лә, тәхете лә - йыр
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 14 май 2013
Бәхете лә, тәхете лә - йыр
Нисек һағындырған ошондай концерттар! Бына, исмаһам, тамаша! Бер ниндәй фонограммаһыҙ ике сәғәт йырла әле! Ундай сығыштар күптән онотолғанға, шундай танһыҡ ине Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның концерты.
Ижадташ дуҫы, күренекле композитор Салауат Низаметдинов әйтмешләй, "Әлфиә йыл һайын үҙенсәлекле концерт ойоштора, хәҙерге заманда был — бик ҙур батырлыҡ".
Концертты үткәрергә булалыр ул (хәйер, уныһы ла бик еңелдән түгел), әммә нисек уҙғараһың бит! Бөтә ғиллә шунда.
Әлфиә Юлсурина тамашасыны әллә ниндәй сәхнә ялтырауыҡтары менән шаҡ ҡатырырға тырышмай. Уның халыҡты таң ҡалдырырлыҡ иң ҙур ҡөҙрәте — драматик тауышы һәм моңо. Һәр йырҙы йөрәгенән үткәреп, кисереп, йәндәрҙе тетрәтеп башҡарғанға ла, тамашасы менән бергә хистәр өйөрмәһендә ҡалды, мөхәббәт бурандарында аҙашты, ҡойондарҙа күккә ашты.
Хәҙерге заманда баянға ҡушылып йырлау — артта ҡалғанлыҡ, тиер кемдер. Тап шундай музыкаль оҙатыуҙа башҡарылғанда, йырсының тауыш мөмкинлектәре лә, моң мимизмдары ла, йөрәктәрҙе айҡарлыҡ кисерештәре лә күңелдәргә үтеп инә.
Ғөмүмән, Әлфиә Юлсурина үҙен тетрәтмәгән йырҙы башҡармай, шуға уның кисерештәре тамашасыға ла күсә. Залда битарафтар, телефондан айырыла алмағандар юҡ.
Йырсыларҙың фонограмма менән сығыш яһауына күнегеп бөткәнбеҙ инде, дөрөҫөрәге, тамашасыны артистар үҙҙәре шуға өйрәткән. Ысынын ғына әйткәндә, сәхнәлә туранан-тура йырлаусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ бит, әммә уларҙың араһында ла тотош концертты шулай үткәрә алғандар юҡ кимәлендә. Ана шуға ла Әлфиә Юлсуринаның тамашаһы сүллектәге йотом һыуға тиң булды. Үҙен йырсымын тип иҫәпләгән һәр ижадсы шулай ысын тауыш менән сығыш яһарға тейеш түгелме ни?
Әлфиә Юлсурина, "халыҡ артисы" тигән исемде тулыһынса аҡлап, башҡаларға, бигерәк тә йәш йырсыларға, һөнәри өлгө күрһәтә. Ул йырҙарынан иң беренсе сиратта үҙе ҙур ҡәнәғәтлек ала, шуға күрә лә ошо энергетиканы залға күсерә һәм тамашасы ла моң тулҡынында йөҙә. Уның өсөн йыр — бәхете лә, тәхете лә.
Автор: Зөһрә Ҡотлогилдина
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө