Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бәхетле булыр өсөн матур йырҙар тыңлау ҙа етә!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 20 ноябрь 2012
Бәхетле булыр өсөн матур йырҙар тыңлау ҙа етә!
22 ноябрҙә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында башҡорт эстрадаһының популяр төркөмдәренең береһе “Далан” “Бәхетҡә лайыҡ һин” исемле өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итә. Программала бығаса ишетмәгән өр-яңы йырҙар менән бер рәттән һеҙ яратып өлгөргәндәре лә яңғыраясаҡ.
Билдәле булыуынса, был төркөм үҙенең рухлы һәм шул уҡ ваҡытта дәртле йырҙары менән башҡаларҙан айырылып тора. “Далан” башҡарған йырҙар оптимистик рух һәм позитив энергия менән һуғарылған. Артистарҙың һәр сығышы тамашасы күңелендә тәрән тәҫьир ҡалдыра. Ҡалдырмаҫлыҡмы ни?! Бында бит тик шәп йырсылар ғына йыйылған. Айгөл Һағынбаеваның моңло тауышы, Миңзифа Искужинаның иҫ киткес йырҙары, йәш, талантлы артистар Вильмир Әүбәкиров, Венера Рәхмәтуллина, Таһир Шәһивәлиевтар, дәртле, һоҡландырғыс бейеүҙәре менән билдәле Урал Мортазин, Раиль Лоҡмановтар һәм ,әлбиттә, төркөмдөң етәксеһе Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағоловтың сәхнәләрҙе дер һелкетеп сығыш яһауы һәр кемдә һоҡланыу ҡатыш ғорурлыҡ хисе уята. Артур Туҡтағоловтың үҙе әйтеүенсә “Кеше донъя мәшәҡәтенә мөкиббән китеп тирә яҡтағы матурлыҡҡа иғтибар итмәй. Ә бәхетле булыр өсөн күп кәрәк түгел. Матур йырҙар тыңлауҙа етә”.
Шулай итеп, донъя мәшәҡәттәрен артҡа ҡуйып матур йырҙар, дәртле көйҙәргә сорналып ял итергә теләһәгеҙ түбәндәге һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә генә кәрәк. Иң отҡорҙар һәм состарҙы концертҡа саҡырыу ҡағыҙы көтә.
22 ноябрҙә өр-яңы йырҙарға бай моңло кисәгә рәхим итегеҙ!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө