Бәхил бул, Рәүеф ағай...

Бәхил бул, Рәүеф ағай...
Милли мәҙәниәтебеҙ ауыр юғалтыу кисерҙе: уҙған йома журналист һәм яҙыусы, БАССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең элекке баш мөхәррир урынбаҫары Рәүеф Хәй улы Насиров 79 йәшендә арабыҙҙан мәңгелеккә китте.
Башҡорт матбуғаты һәм әҙәбиәте менән таныш булған һәр кем Рәүеф Хәй улын яҡшы белә: уның публицистик мәҡәләләре лә, тарихи эҙләнеүҙәргә нигеҙләнгән яҙмалары ла иң битараф кешене лә тәрән уйға һалырлыҡ. Хәйер, уларҙан тыш та был талант эйәһе халыҡ хәтерендә мәңгегә уйылып ҡалырлыҡ эш башҡарҙы – Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың ғәмәлдә Шакирйән Мөхәмәтйәнов исемле башҡорт егете икәнлеген иҫбатлаған “Ҡайҙан һин, Матросов?” китабын нәшер итте. Ошо баҫма менән бөтөн йәмәғәтселекте таң ҡалдырғанын әле лә иҫләйбеҙ. Ә был иҫбатлау өсөн күпме эҙләнеүҙәр, Ульяновск, Украина, тағы әллә ҡайҙарға сәфәр ҡылыуҙар, икеләнеү ҡатыш асыштар, дуҫтар хуплауы менән аралаш дошман һүҙе аша ла үтергә тура килгән уға. 
Күренекле шәхестәр — шәйех Зәйнулла Рәсүлев, Аҡмулла, Муса Мортазин, Шәриф Манатов, Хафиз Ҡушаев һәм башҡаларҙың тормошон ентекләп яҡтыртҡан яҙмалары, художестволы һәм документаль әҫәрҙәре халҡыбыҙ мәҙәниәтенә аҫыл хазиналар булып өҫтәлде. Тыуған яғы Учалы районына ғына ла уның тиҫтәләп китабы бағышланған. Был төбәктә уны райондың “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзите редакцияһын оҙаҡ йылдар етәкләгән һәләтле мөхәррир, Учалы ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы тип тә беләләр. Өфөгә күсеп, “Башҡортостан” гәзите редакцияһында бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй башлағас та Рәүеф Хәй улы әҙәби эшмәкәрлеген һүрелтмәне, ауыр сир аяҡтан йыҡһа ла, ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә саҡлы ижад итеүҙән туҡтаманы... 
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы йортондағы бәхилләшеү сараһынан һуң табутты урамға алып сығыр алдынан көслө ямғыр яуып үтте. Нисәмә ай ямғыр күрмәй ҡорғаҡһыған ергә шифалы тамсылар тамды. “Изге кешене ерләгәндә һәр саҡ шулай була!” – тиеште әҙипте һуңғы юлға оҙатыусылар. Бөтәбеҙҙең хәтерендә һин изге күңелле, эскерһеҙ холоҡло фекерҙәшебеҙ, ерҙәшебеҙ, остазыбыҙ булып ҡалдың, Рәүеф ағай! Ауыр тупрағың еңел, ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb