Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бөгөн баш ҡалала Михаил Нестеровҡа таҡтаташ асыу тантанаһы үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 31 май 2012
Бөгөн баш ҡалала Михаил Нестеровҡа таҡтаташ асыу тантанаһы үтте
Бөгөн, 31 майҙа һынлы сәнғәт академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт сәнғәт музейына нигеҙ һалыусы Михаил Васильевич Нестеровтың (1862-1942) тыуғандан алып 1874 йылға тиклем йәшәгән Ленин урамы, 14/16 адресы буйынса урынлашҡан йортта рәссамдың барельефы менән таҡтаташ асылды.
Сарала БР мәҙәниәт министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Камила Дәүләтова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Рәсәйҙең баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин шулай уҡ БР Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, ижади хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.
— Өфөлә рәссамдың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция һәм Михаил Нестеров һәйкәленең иң яҡшы проектына конкурс үтәсәк, — тип хәбәр итте Камила Дәүләтова. – Михаил Нестеров ижады – беҙҙең уртаҡ хазинабыҙ. 1913 йылда ул ҡалаға рус рәссамдарының 102 эшен, шул иҫәптән үҙенең 30 эшен бүләк иткән. Был ҡала өсөн ҙур ваҡиғаға әүерелгән һәм музей асыуға этәргес булған. Шулай итеп, 1920 йылда музей үҙ ишектәрен асҡан.
— Нестеров — һынлы сәнғәт өлкәһендә Өфөнө данлаған кешеләрҙең береһе, — тине Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күренекле рәссам тыуып үҫкән йорт һаҡланып ҡалмаған, уның урынында «Ағиҙел» ҡунаҡханаһы төҙөлгән. Әммә бөгөнгө сара бөйөк рәссамдың исемен мәңгеләштереүгә тәүге аҙым булып тора. Бәлки, ҡунаҡханала Михаил Нестеровтың мемориаль мөйөшө лә булдырылыр.
М.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһынан һуң Кирилл һәм Мефодий сиркәүенең хоры ҡатнашлығында матур концерт ойошторолдо.
Фотогалереяға күсергә
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө