Был дата 1961 йылдан билдәләнә. Халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыу өсөн, Халыҡ-ара театрҙар эшмәкәрҙәре конгресында 27 март Театр көнө тип иғлан ителә. Башҡортостанда һуңғы тиҫтә ярым йылда 5 яңы театр асылды. Өфө Нур татар дәүләт театры, «Сулпан» Сибай дәүләт балалар театры, Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры, Милли йәштәр театры һәм Туймазы татар дәүләт драма театры – бөгөн республиканың уңышлы эшләүсе сәнғәт үҙәктәре. Шул уҡ ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма, Рус академия драма театры, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай театрҙары бай ижад юлы, актерҙар мәктәбе менән ғорурлана ала.