Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бөгөн Сыуашстанда Башҡортостан көндәре башлана
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 30 май 2013
Бөгөн Сыуашстанда Башҡортостан көндәре башлана
30–31 май Сыуашстан Республикаһында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт көндәре үтә. Төп саралар Сыуаш опера һәм балет театрында үтәсәк. Сара Башҡортостан менән Сыуашстан араһындағы иҡтисади, мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу килешеүенә ярашлы үтә.
Мәҙәниәт көндәрендә БР Президенты Р.З.Хәмитов, Сыуашстан етәксеһе М.В.Игнатьев, БР Хөкүмәт Премьер-министр урынбаҫары Л.С.Ғүмәрова, БР Мәҙәниәт министры Ә.И.Шафиҡова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша.
Байрам тантанаһы республикабыҙҙың сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында концерт менән асыла. Унда “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Контраст” өлгөлө йыр һәм бейеү ансамбле, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Дилара Иҙрисова, Екатерина Ямщикова һәм ҡурайҙа оҫта уйнаған Марсель Сәйетов һәм башҡалар ҡатнаша. Опера театры фойеһында Башҡортостандың мәҙәниәте менән таныштырған фильм күрһәтеләсәк. Милли музей фондынан «Башҡортостан – Евразия ынйыһы», «Башҡорт халҡының материаль мәҙәниәте» күргәҙмәләре эшләйәсәк. К.В.Иванов исемендәге Сыуаш дәүләт академия драма театры сәхнәһендә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакле менән сығыш яһай. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ филармонияһының «Сарби» сыуаш эстрада-фольклор коллективы саранан ситтә ҡалмай.
Сыуашстандың мәҙәниәт, милли эштәр һәм архив эше министры Вадим Ефимов әйтеүенсә, был сараларҙың маҡсаты ижади коллективтарҙың тәжрибә уртаҡлашыуы ғына түгел. Ул — башҡорттар менән сыуаштар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға ҙур аҙым. Сыуашстанда башҡорттар күп түгел, ә бына Башҡортостанда 117 мең сыуаш йәшәй.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө