Бөгөн Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге XIX Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале башлана

Бөгөн Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге XIX Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале башлана
17–24 апрель Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XIX Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үтәсәк. Быйыл ул бөйөк бейеүсенең 75 йәшенә арнала.
Байрам тантанаһы 17 апрель 17.30 сәғәттә бейеүсенең барельефына сәскәләр һалыуҙан башланасаҡ.
18.00 сәғәттә күргәҙмә презентациялары көтөлә. Эрмитаж залында Рудольф Нуриевҡа арналған экспозиция, грек залында фотограф Олег Меньков һәм бейеүсе Ринат Әбүшахмановтың «Һоҡланыу» тип аталған фотокүргәҙмәһе эшләйәсәк. Вернисажда башҡорт рәссамдары – Вәғиз Шәйхетдинов, Рәмил Латыпов, Риф Шәрифуллин, Рөстәм Фәтҡуллин, Илдус Хәбиров, Илдар Йәғәфәровтың эштәре ҡуйыласаҡ.
19.00 сәғәттә Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттары һәм театр артистары ҡатнашлығында тантаналы концерт уҙасаҡ.
18–19 апрель Лилиана Кози (Италия) труппаһы артистарының сығыштары көтөлә.
20 апрель Мариин театры (Санкт-Петербург) балет һөйөүселәргә «Баядерка» тәҡдим итә. Никия ролендә прима-балерина Екатерина Кондаурова, Солор партияһын Евгений Иванченко башҡара.
21 апрель «Мәскәү» Рус камера балеты «Эдит Пиаф: ни о чем не жалею» бер актлы балетын күрһәтһә, икесе бүлектә төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған талантлы йәштәр ҡатнашлығында концерт үтәсәк.
22 апрель Людвиг Минкустың «Дон Кихот» балеты ҡуйыла. Базиль ролен Дину Тамазлакару (Германия) башҡара. Шулай уҡ Маргарита Рудина (Екатеринбург опера һәм балет театры) ҡатнаша.
23 апрель тамашасы иғтибарына Адольф Адандың «Жизель» балеты тәҡдим ителә. Төп ролдәрҙә Ҡытай милли балет сәнғәте йондоҙҙары Чао Шуци (Жизель) һәм Жанг Си (Альберт).
24 апрель фестиваль ҙур Гала-концерт менән тамамлана.
Фестивалдең художество етәксеһе Леонора Ҡыуатова.
Арт-директор – Сергей Усанов, Халыҡ-ара балет конкурстары федерацияһының генераль директоры.
Махсус ҡунаҡ – Виктор Игнатов, тәнҡитсе, Халыҡ-ара музыкаль тәнҡит ассоциацияһының вице-президенты (Париж). 
Сығанаҡ: БР Мәҙәниәт министрлығы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb