Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бөйөк Еңеү байрамы алдынан хәтер кисәһе үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шәмбе, 05 май 2012
Бөйөк Еңеү байрамы алдынан хәтер кисәһе үтте
Был сағыу яҙ көндәрендә бөтә донъя баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәтеп, бөтә кешелектең киләсәген һаҡлап алып ҡалған ватандаштарыбыҙҙы иҫкә ала һәм тейешле хөрмәт-ихтирамын күрһәтә. Йылдар үткән һайын Ватаныбыҙ азатлығын һәм бөтә Ер йөҙөндә тыныслыҡты һаҡлап алып ҡалған халҡыбыҙҙың үлемһеҙ батырлығы тағы ла сағыулана һәм баҙыҡлана бара.
Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Бөйөк Еңеү байрамы алдынан «Һуғыш йылдары балалары» исемле хәтер кисәһе үтте. Ветерандар Милотворский Константин Леонидович, Йыһаншин Сабир Шәйәхмәт улы, һуғыш йылдары балалары Фәттәхова Ф.З., Камалетдинова А.И., Даутова Н.П., Кинзина Л.Л., Новицкий Д.Я., Фәхретдинова Н.С. менән осрашыуға Өфө ҡалаһының 39 гимназияһы уҡыусылары, Өфө сәнғәт училищеһы студенттары килгән ине.
Уларҙың үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Был осорҙа ун йәше лә тулмаған балалар баҫыу эштәренә тотона: ер һөрә, иген сәсә, ураҡ ура, уңыш йыя. Тормоштоң әсе-сөсөһөн, ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған тылдағылар Еңеү көнөн яҡынайтыуға тос өлөш индергән.
Бөгөн улар - 80-90 йәшен тултырған оло быуын вәкилдәре. Дәһшәтле һуғыш, һуғыштан һуңғы үҙгәртеп ҡороуҙар уларҙың күңеленә мәңгелеккә уйылып ҡала.
Бөйөк Еңеү тураһындағы иҫтәлек-хәтер күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланһын!
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө