«Бөйөк Еңеүҙе данлап»

«Бөйөк Еңеүҙе данлап»
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Бөйөк Еңеүҙе данлап» тип исемләнгән патриотик йыр конкурсы үтте.
Бөйөк Еңеү көнөн билдәләүгә тиклем әле ике аҙналап ваҡыт бар. Өфөлә был байрамға арналған саралар башланды ла инде.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдында театрлаштырылған тамаша ҡаралғайны. Әммә ләкин уны иркенләп үткәрергә ямғыр ҡамасауланы. Шуның өсөн артистар ҙа, тамашасылар ҙа эскә ашыҡты.
Йыр шатландыра, йыр илата, йыр еңеүҙәргә алып бара. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторған патриотик йыр конкурсы 2000 йылдан башлап үткәрелә.
Тәүҙә ул “Һуғыш көйҙөргән йырҙар” тип аталған. Хәҙер иһә “Бөйөк Еңеүҙе данлап” тигән исем аҫтында үтә.
Ойоштороу комиссияһы быйыл 130-лап йырҙы тыңлап сыҡҡан. Конкурста ҡатнашырға теләк белдереп 37 муниципаль берәмек ғариза биргән. Ярыш булғас кемдер артта ла тороп ҡалырға тейеш. Финалға уларҙың 25-е генә сыға алған. Конкурстың йөкмәткеһе бай. Унда айырым солистар ҙа, вокаль төркөмдәр ҙә ҡатнаша. Дуэт йә трио төрөн үҙ итеүселәр ҙә етерлек.
Бындай ҙур конкурсты ойошторғанда Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының бер үҙенә еңелдән булмаҫ ине. Уларға Һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ яҡлау органдары ветерандары советы ярҙам итә.
Исеме үҙгәреп торһа ла, патриотик йыр конкурсының есеме шул килеш ҡала. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, унда ҡатнашыусы йәштәр йырҙы ябай башҡарыу менән генә сикләнеп ҡалмай, ә уны күңеле һәм йөрәге аша үткәрергә тырыша.
Сығанаҡ: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb