Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап...
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 05 май 2016
Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылап...
Бөтә ил менән Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршы алабыҙ. Оло байрамды ҡаршылап ил, һәм шул иҫәптән республикабыҙ буйынса ла, төрлө саралар, тантаналар үткәрелә. Һәр өлкә, һәр ойошма, һәм әлбиттә, һәр айырым кеше һуғыш ветерандарын тәбрикләүҙә үҙ өлөшөн индерергә теләй.
Башҡортостан Республикаһының
Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры коллективы
Еңеү байрамын алдынан тамашасыларына һуғыш батырҙарын данлаған, утлы йылдар сыныҡтырған балалар донъяһын сағылдырған һәм тылдағы халыҡтың ҡаһарманлығын һүрәтләгән сәхнә әҫәрҙәре тәҡдим итә. М.Кәримдең
“Йәләлетдин атай”, “Яуҙы еңгән мөхәббәт”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”
пьесалары ветеран-яҙыусының хәҙерге быуынға ҡалдырған иҫтәлекле ҡомартҡыһы ул. Белеүебеҙсә, Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим-донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе.Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы.Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Ил өсөн ауыр һыналыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғандай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы,таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.
“Барыһын да исемләп иҫләйек”
(“Вспомним всех поименно”) тип исемләнгән әҙәби-шиғри композиция башҡорт һәм рус шағирҙарының яҙмаларынан тупланған хәтирә ул. Бында һуғыш, һуғыш батырҙары, шул ваҡытта булған хәл-ваҡиғалар, яҙмыштар буталышы, мөхәббәт, һағыш һәм, әлбиттә, дошманға ҡарата нәфрәт ярылып ята.
Бәхеткә, бөгөн беҙ һуғыш тарихтарын сәхнә әҫәрҙәре һәм әҙәби яҙмалар аша ғына күрәбеҙ. Әммә ул ошо ерҙә ҡасандыр булған һәм миллионлаған ҡорбандар алып киткән икәнлеге хаҡында бер ваҡытта ла оноторға ярамай. М.Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының маҡсаты – һуғыш ҡурҡынысын һәм уның ҡорбандарын оноттормау. Беҙ улар хаҡында иҫләргә һәм ул бәләне башҡа бер ҡасан да булдырмаҫҡа бурыслы. Ә улар хаҡындағы мәңгелек иҫтәлек беҙҙең сәхнәлә йәшәһен.
Автор: Миләүшә Хабилова.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө