Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бөйөк шағирҙы иҫкә алып
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Бөйөк шағирҙы иҫкә алып
Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған саралар дауам итә.
Яҙыусының тыуған көнөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалында яҙыусы тураһында фильм, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙың концерттарын күрһәттеләр. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры коллективы Профсоюздар йорто эргәһендә уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Талант Мостафа Сафа улын иҫкә алырға абруйлы ҡунаҡтар – БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, хеҙмәттәштәре, театр вәкилдәре килде. Яҙыусылар һәм актерҙар шағирҙың яратҡан әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе уҡып ишеттерҙе.
24 октябрҙә киске сәғәт етелә Йәштәр театрында юбилей кисәһе уҙасаҡ. Унда Өфө һәм Шишмә районы хакимиәттәре, БР Яҙыусылар союзы вәкилдәре, шағирҙың туғандары һәм уның ижадын хөрмәт итеүселәр ҡатнашасаҡ.
– Сараға килеүселәргә театрлаштырылған программа тәҡдим ителәсәк, унда актерҙар сағыу итеп бөйөк шағирҙың тормошон һәм ижадын һөйләйәсәк, шиғырҙарын уҡыясаҡ, йырҙарын һәм хәтирәләрен башҡарасаҡ, – тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт өлөшө хеҙмәткәре Юлиә Мәзитова.
25 октябрҙә тантаналар Мостай Кәримдең бәләкәй ватанында – Шишмә районында дауам итәсәк. Бында Келәш ауылы мәктәбе эргәһендә ағастар ултыртыу, яҡташтар менән осрашыу һәм «Ҡыҙҙар тауы»нда усаҡ яғыу планлаштырылған. Ҡунаҡтар мәктәптә буласаҡ һәм Шишмә ҡасабаһында район Мәҙәниәт йортонда әҙәби-музыкаль кисәлә ҡанташасаҡ. Сара көндөҙгө сәғәт дүрттә башлана.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө