Бөйөк Ватан һуғышы ветераны исеме мәңгеләштерелде

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны исеме мәңгеләштерелде
Баймаҡ районының Билал ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кирам Мәхмүтовтың тыуған йортонда таҡтаташ асылды.
Ул ике тапҡыр Александр Невский, Ҡыҙыл Байраҡ һәм Бөйөк Ватан һуғышы ордендарына лайыҡ булған, 7 миҙал кавалеры, комбат һәм подполковник, үҙ батальонында туғыҙ Советтар Союзы Геройы тәрбиәләгән яугир булараҡ та билдәле.
Билал ауылында тыуып үҫкән данлыҡлы яҡташыбыҙ Кирам Мәхмүтовҡа таҡтаташ асыу ниәте өс йыл элек барлыҡҡа килә. Һуғышта танкист булып хеҙмәт иткән Кирам Мәхмүтов хәрби юлын көндәлектәренә яҙып бара. Бынан тыш, патриотик рух менән һуғарылған шиғырҙар ижад итә. Ул тыуған иленең тоғро улы ла, ижади күңелле лә була.
Таҡтаташ асыу сараһында шәхестең ҡыҙы ла ҡатнашты. Болгарияла йәшәүсе Галина Мәхмүтова атаһының тыуған яғына һирәк ҡайта. Башҡортостандың матурлығы атайыма йырларға, ҡурайҙа уйнарға, һүрәт төшөрөргә дәрт биргәндер инде, ти ул.
Таҡтаташ Кирам Мәхмүтовтың тыуған нигеҙендә урынлашҡан Йәнгилдиндар йортонда асылды. Шәхестең исемен мәңгеләштереү һәм таҡтаташтың тап уларҙың йортона ҡуйылыуы ҙур яуаплылыҡ икәнен ғаилә яҡшы аңлай.
Тантанала ауылдың данлыҡлы улы Кирам Мәхмүтовтың яҡындары, мәктәп уҡыусылары сығыш яһаны. Оло быуын кешеләре яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Таҡтаташ асыу тағы ла бер яугирҙың исемен мәңгеләштерһә, уҡыусылар өсөн тәрбиәүи сара булып торҙо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb