Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Бөрйән йәме һыйған йән
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Бөрйән йәме һыйған йән
Кешенең эске донъяһы уның күҙҙәрендә, йөҙөндә сағыла, тиҙәр. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән осрашҡас, был һүҙҙәрҙең раҫлығына йәнә инанып ҡуйҙым. Мөләйем йөҙлө, күҙҙәренән нур бөркөлөп торған Тәнзилә Сәлих ҡыҙы йөрәгенә тыуған ере Бөрйәндең бар йәмен һыйҙырған һымаҡ. Ябайлыҡ һәм ихласлыҡ, серлелек һәм сафлыҡ бөркөлә уның күңеленән. Хәйер, моң менән йәшәгән кеше генә шундай гүзәл тәбиғәтле булалыр.
– Тәнзилә Сәлих ҡыҙы, шиғриәт донъяһына илткән тәүге аҙымдарығыҙ ҡасаныраҡ булды? Шул татлы мәлдәргә барып әйләнәйек әле.
– Шиғыр яҙырмын тигән уй башыма ла килмәгәйне. Уҡытыусыбыҙ Марат Муллағолов 28 баланы үҙенең рухи көмбәҙе аҫтына алып, шиғриәт серҙәрен өйрәтергә, дөрөҫөрәге, бәләкәс йөрәктәребеҙгә матурлыҡ һеңдерергә тырышты. Уның тәрбиәһе хаҡында һәр саҡ йылы тойғолар менән иҫкә алам. Беҙҙе оло киләсәккә әҙерләне Марат Ғизетдин улы. “Бөйөк кешеләр бына ошолай яҙырға тейеш” тип хат, көндәлек яҙырға, хатта фотоға төшөрөргә лә өйрәтте. Ғөмүмән, спортҡа, мәҙәниәткә, тарихҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Ағиҙел буйлап аға торғайныҡ. Ҡыштарын саңғыла алыҫ араларға походҡа сығып китә инек.
Рифма, ритм тигән төшөнсәләрҙе лә башта Марат ағайыбыҙҙың ауыҙынан ишеттем. Үҙебеҙ яратҡан шағирҙарҙың әҫәрҙәренән альбом төҙөйбөҙ, шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәрәбеҙ. Шулай итеп, 6-сы класта уҡығанда бик күп шиғыр яҙып ташланым да туҡтап ҡалдым. Мин яҙаһы тема ҡалманы шикелле. Нимәгә генә тотонһам да, ул турала яҙғанмын, имеш.
– Ләкин шиғриәткә ҡул һелтәп ҡуймағанһығыҙ.
– Үҙе килде ул. Һөйөү уты тоҡанғас, шиғыр яҙмай сыҙап ҡара! Мөхәббәт тураһында шиғырҙар эҙләйем, оҡшағаны юҡ. Йәнем көйөп, үҙем яҙырға тотондом.
– Сер булмаһа, шиғыр арнарлыҡ ниндәй бәхетле егет булды икән ул?
– Әй, класташым ине. Күҙем төшөп йөрөгәйнем. Шул йөрәкте ҡуҙғытып, арыу уҡ ҡына шиғыр яҙҙыртты.
Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенә йөрөнөм. Ул саҡта етәксебеҙ яҙыусы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов булды. Ул тәүге ултырышта уҡ минең шиғырҙарҙы тикшереүгә ҡуйҙы һәм, Тәнзилә ҙур багаж менән килгән, тине. Беҙ ауылдан йыйылған бала-саға ғына бит инде, йүнләп урыҫса ла белмәйбеҙ. “Багаж” нимә була икән тип ҡотом осто. Әй уйланып йөрөнөм, берәй насар һүҙ булмаһа ярар ине, тим.
– “Шоңҡар”ҙың ул саҡтағы эшмәкәрлеге хаҡында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине. Бөгөнгө йәштәрҙе уйландырыр, бәлки.
– Түңәрәк гөрләп торҙо ул осорҙа. Билдәле артистарҙы, яҙыусыларҙы саҡырып, концерттар ҡуябыҙ, ҡулъяҙмалар тикшерәбеҙ. Үҙебеҙ саҡырыу ҡағыҙы эшләп, өйҙәренә алып барып тапшырабыҙ. Йырсы Мәғфирә Ғәлиеваға барғайныҡ, “мин һеҙҙең берегеҙҙе килен итәм, миңә башҡорт ҡыҙы кәрәк” тигәс, ҡурҡышыбыҙҙан башҡаса барманыҡ. И, бер ҡатлы булғанбыҙ ҙа инде.
Муса Ғәлиҙе, Хәниф Кәримде тәүге тапҡыр шул саҡта күрҙем. Мостай Кәримдең өйөн эҙләү ҡыҙыҡ булды. Ленин урамында йәшәй ине ағай. Розалия исемле дуҫыбыҙ былай ти: “Ҡыҙҙар, таш йортто эҙләмәгеҙ, Мостай ағай ағас йортта йәшәй. Әҫәрҙәрендә шулай яҙа бит”. Бөтә ағас өйҙәрҙе ҡарап сыҡтыҡ, тапманыҡ. Ниһайәт, адресы буйынса биш ҡатлы таш йортҡа барып сыҡтыҡ. Эй, Мостай ағай ныҡ ҡыуанды. Бәпестәр килгән, тип һәр беребеҙҙе яратып алды.
Бына шулай йәшәнек. Шунан бирле шиғриәттән айырылғаным юҡ.
– Һеҙҙең һүҙҙәргә байтаҡ көй яҙылған. Телевидение, радио аша ла улар йыш яңғырай. Композиторҙар менән бергә эшләйһегеҙме?
– Композиторҙар менән бәйләнешем юҡ. Ниндәй шиғырға көй яҙылғанын үҙем дә белмәй ҡалам. Әлбиттә, шул шиғырыңа көй яҙҙым, тип әйтһәләр, күңел күтәрелеп китә.
Яңыраҡ филармонияға саҡырҙылар. Композитор Салауат Сәлмәнов “Төнгө йыр” тигән шиғырҙар циклына көй яҙған, хор капеллаһы башҡара. Миңә ныҡ оҡшаны.
– Тәнзилә Дәүләтбирҙина тигән шағирәне генә түгел, драматургты ла белә халыҡ. “Беҙҙең ғаилә” пьесаһы оҙаҡ ваҡыт Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенән төшмәне. Әҫәрегеҙҙе Сибай башҡорт дәүләт драма театры ла ҡуйҙы.
– Аллаһы Тәғәләнең сәғәте һуҡҡандыр. Мөҙҙәте етһә, йырылып сыға, ти әсәйем. Ул саҡта Китап палатаһында эшләй инем. Әсә, бала, ҡәйнә, килен мөнәсәбәттәре тураһында яҙыу уйы килде башҡа. Яҙғас, ни эшләтергә белмәй, аптырап ҡалдым. Драматург Наил Ғәйетбайға күрһәтәйемме икән тип тә уйлайым. Әхирәтем кәңәш бирҙе, режиссерға күрһәт, ти. Тәүәккәлләп, Башдрамтеатрға алып барҙым. Режиссер Айрат Абушахманов урынында юҡ ине, өҫтәленә ҡалдырҙым да киттем. Бер көн Айрат шылтырата. Пьесаңды уҡып сыҡтым, оҡшаны, шул-шул урындарын ҡабаттан эшлә лә сәхнәгә сығарайыҡ, ти. Шатланып ризалаштым.
Икенсеһе “Юғалтыу” тип атала. Сибайҙар ҡуйҙы. Мәктәптә улым менән булған ваҡиғалар һүрәтләнә унда.
– Киләсәктә тамашасы ниндәй әҫәрегеҙҙе ҡарап ҡыуаныр икән?
– Һуңғы арала пьесаға тотонғаным юҡ. Урман хужалығы министрлығына эшкә күскәс, ваҡыт яғы ла самалыраҡ. Шулай ҙа башлаған бер-ике әйберем ята. Алла бирһә, уларҙы тамамларға насип булыр тип өмөтләнәм.
– Һеҙ телевидениела, гәзит-журнал редакцияларында эшләнегеҙ, “Башҡортостан уҡытыусыһы”ның баш мөхәррире вазифаһын башҡарҙығыҙ – әле урман хужалығында. “Күсенеп” йөрөү ижадҡа аяҡ салманымы?
– Киреһенсә, файҙаға ғына булғандыр, тим. Күп кеше менән аралашырға яҙҙы. Һәр кемдең үҙенә генә хас холоҡ-фиғеле бар. Шулар һине дипломатияға, аралашыу мәҙәниәтенә өйрәтә. Нисек кенә булмаһын, әлеге эшемдә хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләргә теләйем. Мин ҡағыҙ менән булырға шул тиклем яратам. Рәсми документтар тултырыу, хаттар яҙыу – үҙе бер ижад кеүек. Атайымдан киләлер был. Ул 18 йыл мәктәп директоры булып эшләне.
– Атай-әсәйегеҙ менән таныштырығыҙ әле.
– Аллаға шөкөр, икеһе лә иҫән-һау. Атайым Сәлихйән Хафиз улы – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, журналист. Әсәйем Асия Зекәриә ҡыҙы тегеүсе булды.
Бала саҡта мин гел урыҫса йырлай торғайным, сөнки атайым һуғышта урыҫ, украиндар менән бергә хеҙмәт иткән, уларҙан отҡанын миңә өйрәтте. Үҙе лә йырға бик әүәҫ, бесәнгә барғанда ла, ҡайтҡанда ла моңланмай йөрөмәне. Әсәйем халыҡ йырҙарын яратты. Тегенеп ултыра, йырлап ултыра торғайны. Икеһе лә йор һүҙле. Йыр-моңға булған һөйөү уларҙан ҡаныма һеңеп ҡалды.
Әсәйем һөйләгәндә, мин ҡулыма ҡағыҙ-ҡәләм алып, һирәк осраған һүҙҙәрҙе теркәп барырға тырышам. Алтын кеүек һүҙҙәребеҙҙе онотабыҙ, шуға йәнем әрней. Телебеҙҙең ныҡ фәҡирләнә төшөүен мин Төркиәгә барғанда асыҡ тойҙом. Беҙҙең ҡулланыштан төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе төрөктәр ауыҙынан ишетеп терт итеп ҡалаһың. Күпме хазинабыҙ юғала! Хәҙерге йәштәр араһында бай теллеләр һирәк, сөнки өлкән быуын менән бик аралашып бармайбыҙ.
– Гәзит уҡыусыларҙың ғаиләгеҙ хаҡында ла белгеһе киләлер, моғайын.
– Ирем Дамир Фәһим улы заводта механик булып эшләй. Өйөбөҙҙә әрме тәртибе хөкөм һөрә, тиһәм дә була. Дамир өс улыбыҙҙы “айт-два”ға ғына баҫтырып йөрөтә: түшәк йыйыштырырға, иҙән һөртөргә, кейемдәрҙе рәтләп һалырға, һауыт-һаба йыуырға... Тик һалдаттарса ғына. Балалар башта мыжып маташты, аҙаҡ әйтмәйенсә лә башҡара башланы.
Өлкәнебеҙ Искәндәр өйләнде инде, Марат Матбуғат йортонда эшләй, Урал көйҙәр яҙа, сәнғәт юлын һайланы.
Иң ҡыуаныслыһы – уларҙың башҡортса һөйләшеүе, китаптарымды уҡыуы. Бәләкәйҙән балаларыбыҙҙа телебеҙгә мөхәббәт тәрбиәләргә тырыштыҡ.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө