Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Дөйөм Рәсәй китапханалар көнө уңайынан тантана үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 24 май 2012
Дөйөм Рәсәй китапханалар көнө уңайынан тантана үтте
24 майҙа М. Кәрим исемендәге Милли театрҙа Дөйөм Рәсәй китапханалар көнө уңайынан уҙғарылған профессиональ оҫталыҡ буйынса республика конкурстары «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапхана сайты», «Һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен үҫтереү өсөн ойошторолған иң яҡшы эш», «КонсультантПлюс – информацион навигатор» еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы үтте.
Һәр йыл яҙ айының матур бер көнөндә китапханасылар үҙҙәренең профессиональ байрамын ҡаршылай. Фәҡәт ошо көндә 1795 йылда Рәсәйҙә беренсе китапхана асыла.
Китапханалар фондында халҡыбыҙҙың иң ҡиммәтле рухи байлығы: олатайҙарҙың быуаттар төпкөлөнән ҡағыҙға, туҙға яҙып ҡалдырған мираҫы, киләсәккә васыяттары, ғалимдарҙың уй-фекерҙәре, шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың йөрәген ярып сыҡҡан юлдары. Бөтәһе лә ҡәҙерләп һаҡлана, халыҡҡа еткерелә.
Еңеүселәрҙе БР Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Дәүләтова Камилә Йәүҙәт ҡыҙы сәләмләне: «Ҡәҙерле китапхана өлкәһендә хеҙмәт итеүселәр! Бөгөн һеҙҙе ошо тантанала күреүемә бик шатмын. Һеҙ халҡыбыҙҙың борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрен, ауыҙ-тел ижадын йыяһығыҙ, һаҡлайһығыҙ. Һеҙҙе һөнәри байрам менән ихлас ҡотлайым һәм рәхмәтемде еткерәм » - тине. Камилә Йәүҙәт ҡыҙы бер төркөм эш алдынғыларын БР Мәҙәниәт министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Шулай уҡ министрлыҡтың рәхмәт хаттары менән китапханаларға даими матди ярҙам итеүсе бағыусылар бүләкләнде.
Артабан ҡотлауҙар өсөн һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығы министр урынбаҫары Марат Әсхәт улы Ғәзизов алды. Марат Әсхәт улы «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китапхана сайты» еңеүселәрнен тәбрикләне.
Шулай уҡ китапханаларға Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Фаяз ҡыҙы Алтынова, «Эдвис» уҡыу-методик үҙәге директоры Эдуард Вил улы Сәйетбатталов, «Медиолюкс» компанияһы директоры Валерий Евгеньевич Брекоткин, «Педагогик китап» ғилми-методик үҙәге директоры Тимербулат Солтан улы Хоҙайғолов, «Планета» һатыу нөктәләре менеджеры Венера Ғәзнәүи ҡыҙы Әхтәмова һ.б. үҙҙәренең махсус бүләктәрен әҙерләгәйне.
Фотогалереяға күсергә
Автор: Гөлназ Ишемғужина
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө