Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Далан" саҡыра
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
"Далан" саҡыра
1999 йылда төҙөлгән «Далан» фольклор-эстрада төркөмө бөгөн филармонияның сағыу, үҙенсәлекле коллективтарының береһенән һанала. Ул тиҙ арала үҙенең моңло ла, рухлы ла һәм халыҡсан йырҙары менән тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Ансамблдең художество етәксеһе, ижад ҡомары менән янып йәшәүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов. Уның күп ҡырлы таланты араһынан актер оҫталығы ( ул Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған), баян менән синтезаторҙа уйнай белеү генә түгел, ә үҙе ижад иткән әҫәрҙәрҙе, аранжировкалауға ярҙам иткән музыкаль маһирлығын да билдәләп үтер кәрәк. Артур Туҡтағолов музыка донъяһында бик күп популяр эстрада йырҙарының авторы булараҡ та билдәле. Уның йырҙары исемдәре ҙур танылыу яулаған сәхнә оҫталары - Иҙрис Ғәзиев, Нәзифә Ҡадырова, Фәрит Бикбулатов, Фәдис Ғәниев, Миңзифа Исҡужина, Зөлфиә Шакирова, «Карауанһарай» эстрада-фольклор төркөмө һәм башҡа башҡорт эстрадаһының йырсылары яратып башҡара.
Төркөм составына килгәндә, йырсыларҙан Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Миңзифа Исҡужина, Халыҡ-ара конкурстары лауреаты Искәндәр Ғәзизов, нәфис һүҙ оҫтаһы Редик Сәғитов, дәртле бейеүҙәре менән тамашасыны әсир иткән йәш бейеүсе Элина Урманшина, ҡурайсы Илнур Һибәтуллиндар ижад итә.
Башҡортостанда, сит илдәрҙә күп йөрөй төркөм. Сит өлкәләргә сыҡҡанда милләттәштәребеҙҙең өмөтө, рухы һүнмәһен тип, күберәк патриотик йырҙарҙы алып сыға «Далан»дар.
Быйылғы ижад миҙгелендә төркөм тамашасыларға өр-яңы шоу-программа әҙерләй. Программала башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт, татар композиторҙары әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Шулай уҡ заманса сит ил хиттары эшкәртелеп, “башҡортсалап” башҡарыласаҡ.
Йырлы-моңло тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө