2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Дан байрам булды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 28 май 2013
Дан байрам булды
Үткән шәмбе Өфөнөң “Биатлон” спорт комплексы шаулап-гөрләп торҙо: Республика башҡорт лицей-интернаты тәрбиәләнеүселәре ойошторған үҙенсәлекле һабантуйҙы тамаша ҡылырға, төрлө бәйгелә ҡатнашырға олоһо ла, йәше лә килгәйне.
Ҡала көнөнә һәм Һуңғы ҡыңғырауға арналған сарала башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, йәш йырсылар ҡатнашты. Халыҡ “Арғымаҡ” этно-рок, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ашҡаҙар” фольклор төркөмдәренең, популяр йәш башҡарыусы “МС Баш”тың, Ҡазандан махсус килгән саксофонсы “Mauzer Sax”тың сығышын айырыуса йылы ҡабул итте. “Тамыр” телестудияһы балалар өсөн мауыҡтырғыс уйындар ойошторғайны, уларға Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары ла ҡушылды.
Шулай ҙа һабантуй ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелһен өсөн төп көстө Республика башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары, “Үҫеш” фонды һалған. Белем усағының ике тиҫтә йылдан ашыу тарихы бар – тәүге уҡыусылары уны 1996 йылда тамамлаған. 2010 йылда иһә ҡасандыр лицейҙа белем алған бер төркөм әүҙемсе “Үҫеш” фондын ойошторған. Уның маҡсаты – лицейға финанс һәм ойоштороу йәһәтенән ярҙам күрһәтеү. Атап әйткәндә, фонд аҡсаһы уҡыу йортона белемде камиллаштырыу ҡорамалдары һатып алыуға, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреүгә, мәғлүмәт материалдарын әҙерләүгә, нәшер итеүгә һәм лицей тормошо өсөн башҡа мөһим ғәмәлдәргә тотонола.
– Һабантуй дан булды, беҙ быға бик шат. Шуныһын әйтергә кәрәк: был лицей уҡыусыларының сығарылыш байрамы ғына түгел, ә өфөләргә үҙенсәлекле бүләк тә, – тине “Үҫеш” фонды директоры Илсур Сөләймәнов.
Автор: Г. САЛАУАТОВА
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө