Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Данлыҡлы ансамбль 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Данлыҡлы ансамбль 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй
14 март «Башҡортостан» концерт залында республикабыҙ сәнғәтенең йөҙөк ҡашы булған Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 75 йәше айҡанлы ҙур байрам концерты үтә.
1936-1938 йылдарҙа БАССР Берләшкән театрҙарының Концерт-эстрада бюроһы эргәһендә ойошторолған бейеү коллективын бөгөнгө көндә республикала һәм Рәсәйҙә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә таныйҙар һәм яраталар. 1938 йылдың 20 майында был коллектив тәүге концертын бирә. Коллектив ошо уҡ йылда яңы төҙөлә башлаған филармония янына күсерелә һәм Башҡортостан йыр, бейеү халыҡ музыкаһы ансамбле итеп үҙгәртелә.
1939 йылда был коллективтың етәксеһе итеп Фәйзи Ғәскәров тәғәйенләнә. Ансамбль Башҡортостан халыҡ бейеүҙәре ансамбле тип атала һәм шул йүнәлештә эш башлай. Фәйзи Ғәскәров тәүге көндән үк халыҡтың боронғо сәнғәтен түкмәй-сәсмәй һаҡлап, камиллаштырып, сәнғәт юғарылығына күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм шуға ирешә.
1940 йылда ансамблдең Башҡортостан буйлап гастролдәре уҙа, 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша һәм ҙур уңышҡа ҡаҙана.
1988 йылда Халыҡ бейеүҙәре ансамбленә Фәйзи Ғәскәров исеме бирелә. 1996 йылда РФ Мәҙәниәт министрлығы ансамблгә «академия» статусын бирә.
Республика сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән ансамбль Ғәлимов Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге республика премияларына лайыҡ була.
Тамашаға рәхим итегеҙ!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө