"Дим моңо”ноң өсөнсө яҙы

"Дим моңо”ноң өсөнсө яҙы
Ташлы ауылында башҡорт һәм татар халыҡтарының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың төбәк-ара фестивале булып уҙҙы.
Республиканың һәр төбәгендә конкурстар, фестивалдәр уҙа, беҙҙә лә был йәһәттән әүҙемлек ҙур. “Башҡортостан ынйылары” балалар театр фестивале һәм “Дим моңо” халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы — шуға асыҡ миҫал. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Закуан Әхмәтов белдереүенсә, халыҡ моңдары онотолмаһын, кешеләр хәтерендә йәшәһен, сәхнәләрҙә яңғыраһын өсөн бындай сараларҙың даими үткәрелеүе мөһим. 
Быйыл да “Дим моңо” конкурсына Дәүләкән, Миәкә райондарынан һәм, әлбиттә, Әлшәйҙән 30-ҙан ашыу кеше йыйылды. Төрлө быуын вәкилдәре улар: Иҫке Васильевка ауылынан Рөстәм Сөләймәнов менән Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан Эльвира Хәлитоваға 13-әр йәш кенә булһа, Ураҙмәттән (өсөһө лә — Әлшәй районынан) Миңһылыу Ғималетдиноваға 76 йәш ине.
Жюри составында билдәле сәсәниә Розалия Солтангәрәева, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының “Хазина” ижад берекмәһе етәксеһе Юлай Ғәйнетдинов, “Рампа” журналының бүлек мөхәррире Людмила Гориченская, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Элита Йыһангирова һәм ошо уҡ үҙәктең Бәләбәй филиалы белгесе Резеда Ҡәләмова бар ине.
Көн буйы сәхнәнән йөрәккә үтеп инерлек моң яңғыраны. Билдәле халыҡ йырҙары менән бер рәттән, Дим буйында ғына осрағандары ла башҡарылды. Юлай Ғәйнетдиновтың вәғәҙә итеүенсә, улар мотлаҡ “Хазина” фондына индереләсәк. Ул шулай уҡ был конкурсты Әлшәй районының Ташлы ауылында тыуып үҫкән, башҡорт халыҡ ижады ынйыларын йыйған һәм тикшергән Ниғмәт Шоңҡаров иҫтәлегенә арнарға тәҡдим итте. Әйткәндәй, яҡташыбыҙҙың тарихҡа һәм мәҙәниәткә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул, күп экспедициялар ваҡытында башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын йыйып, 30 том китап баҫтырып сығарған. Юлай Ғәйнетдиновтың фекерен ташлылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа хупланы.
Борсолоуҙар, тулҡынланыуҙар артта ҡалды. “Дим моңо” фестиваленең “Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарғаны өсөн” номинацияһында Әлшәй районының Иҫке Аҡҡолай ауылынан Миләүшә Яхина менән Түбәнге Әүрездән Лариса Хәмиҙуллина дипломға лайыҡ булды. Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан (Әлшәй районы) Гөлгөнә Татлыбаева “Халыҡ йырҙарын һаҡлауға һәм йәш быуынға еткереүгә индергән өлөшө өсөн” номинацияһында билдәләнде. III дәрәжә дипломды Никифар ауылынан (Әлшәй районы) килгән үҙенсәлекле, талантлы башҡарыусы Илһам Фазылов яуланы. Дим буйында ғына осраған йырҙы башҡарып, тамашасыларҙы таң ҡалдырған Ташлы ауылы (Әлшәй районы) йырсыһы Флүзә Вәлиева һәм Миәкәнән Ханнан Садиҡов II урынға лайыҡ булды. Яңы Сәпәш ауылынан (Әлшәй районы) Рима Мәхмүтова менән Миәкәнән Фидан Шафиҡов халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған өсөн I дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Ә фестивалдең төп призы был юлы ике ҡатнашыусыға (икеһе лә 72 йәштә) — Иҙрис ауылынан (Әлшәй районы) Сәүиә Муллағәлинаға һәм Дәүләкән йырсыһы Рәйсә Миңлебаеваға — бирелде.
Автор: Фәнүзә СУФИЯНОВА
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb