Диниә назаратына-20 йыл

Диниә назаратына-20 йыл
Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратына 20 йыл. Республикала тәүге дини ойошма 1917 йылда ойошторола һәм 1937 йылға тиклем уңышлы эшләп килә. Был ваҡытта бик күп китаптар баҫыла, кадрҙар әҙерләнә, мәсеттәр асыла, халыҡҡа рухи тәрбиә бирелә. Әммә, 1937 йылда Диниә назараты вәкилдәре нахаҡҡа ғәйепләнеп, репрессиялана. Ошонан һуң ойошма эше туҡтап ҡала. 1992 йылда Башҡортостан мосолмандары айырым ҡор йыйып Диниә назаратын ҡайтанан булдыра. Назараттың рәйесе - мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.
Сығанаҡ: «Ашҡаҙар» радиоһы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb